САРМАНАЙ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Октябрь 2018, 13:51

Моң... Илаһи моң...

Ул шундай яғымлы, ҡолаҡҡа ятышлы, талғын ғына яңғырай... Тыуған яҡтың ҡалын урмандарына алып ингәндә, бейек ҡаяларына алып менгәндә, тәрән күлдәренең төбөнә алып төшкәндә, киң далаларын гиҙҙергәндә, ата-бабалар менән бәйләгәндә, тарих эҙҙәре буйлап алып киткәндәге моң ул – тап тальян гармун моңо.

Тальяндың яңғырашын башҡа музыка ҡоралыныҡы менән бутап та, сағыштырып та булмай, сөнки ул үҙенә генә хас ихласлығы, яғымлылығы, күңелгә үтеп инә алыуы менән тамашасыларҙы яулай. Уға ғашиҡ кеше ғүмеренең аҙағынаса тоғро булып ҡалалыр ҙа. Дүртөйлө районы Таймырґа ауылы клубы нигеҙендә булдырылған “Хазина” халыҡ тальянсылар ансамбле ҡатнашыусылары тап шундайҙар рәтендә. Йыһаншиндар, Мөхәмәтзада һәм Сәхибзада Иҫәнбаевтар, Мөҙәрис Саҙретдинов, Ғәлләм Низамов, Әнүәр Ноғоманов, Фәүзил Исламов, Рөстәм Ишморатов, Хәлил Ғиләжетдинов, Рәүис Амануллин, Нәдиә Йәмәлиева, Нәфисә Саҙретдинова, Руфина Әхиәретдинова һ.б. – бына кем ансамблдең башланғысы, нигеҙе. Уларҙың оҫталығы, әүҙемлеге, тырышлығы арҡаһында "Хазина" "халыҡ ансамбле" тигән исемгә лайыҡ булып, быйыл яҙ Венер Шәрәфетдиновтан, Альберт Фәррәховтан, Ѓєґинур Мөсифуллиндан, Илүс Саҙрыевтан, Рәфит Нурлығаяновтан, Филүс Иҫәнбаевтан, Нәғим Шәйхетдиновтан, Рөстәм Гәрәевтан, Алмаз Ибраһимовтан, Азамат Ғилмановтан торған әлеге состав уны йөрөтөргә тулы хоҡуҡлы икәнен яңынан иҫбатланы.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 10 санында уҡығыз).


Читайте нас: