Рухи нигеҙебеҙгә ҡайтыуҙың бер сағылышы булған мәһабәт мәсеттәребеҙ менән бөгөн районыбыҙҙың һәр бер төбәгендә һоҡланырға мөмкин.
Ысынлап та, Аллаһ йорто – күҙҙәребеҙҙе һөйөндөрөп, тирә-яғыбыҙҙы биҙәп тороусы ҡоролма.
Мәсеттәр – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Уларҙа халҡыбыҙҙың сал тарихы, шатлығы, хәсрәте, рухи мәҙәниәтебеҙҙең бай сәхифәләре сағылыш тапҡан.
Күптән түгел Түбәнге Йәркәйҙәге Завод микрорайонында йәшәүселәр өсөн ҙур тарихи ваҡиға булды – яңы мәсеткә нигеҙ һалынды. Тантанаға бында һәм районда йәшәгән байтаҡ халыҡ йы-
–Изге ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырырға, еңеллек менән башҡарырға насип итһен. Эшебеҙҙе хуплап алыусы муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафинға, ошо мәсеттең нигеҙен һалыуға материалдар алырға ярҙам иткән Эдуард менән Эрик Бәҙретдиновтарға, шулай уҡ «Дорожник» йәмғиәте директоры Венер Ғилдановҡа, шәхси эшҡыуарҙар Марат Мирғариповҡа, Тимур Мө-хәммәтйәновка һ.б. әлеге эште башҡарыуға өлөш индергән һәр кемгә ҙур рәхмәтемде еткерәм һәм барығыҙға ла сәләмәтлек, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем, – тип изге ниәткә фатихаһын бирҙе Илеш һәм Баҡалы райондарының имам-ахуны Рөстәм хәҙрәт Абушахмин. Мәсеттең майҙаны 324 кв.м тәшкил итеп, ул ике манаралы булыр, кирбестән һалынасаҡ. Шулай уҡ бында балалар майҙансығы, ял паркы булдырыу күҙаллана.
Районыбыҙҙа күпләп изге йорттар һалыныуы – иманға ҡайтыуыбыҙ, халыҡтың дингә нығыраҡ тартылыуы билгеһе. Изге йома көндө нигеҙ һалынған яңы мәсет киләсәктә йәннәт һарайы булып балҡып, халыҡты иман нурҙарына ҡойондорһон, тик тура юл ғына күрһәтеп торһон. Киләсәктә бында һәр ваҡыт моңло аҙан ишетелер, байрам намаҙҙары уҡылыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.