САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Октябрь 2018, 13:22

Гапановка быуаһына балыҡ ебәрелде

Йонно ауыл Советы ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан Гапановка быуаһы (халыҡ телендә - Гапан) барыбыҙға ла таныш.

Тәбиғәттең төрлө миҙгелендә бында халыҡ ял итергә йәки балыҡ тоторға ярата. Ағымдағы йылда бында муниципаль район хакимиәте һәм БРҙың Тәбиғәтте ҡулланыу һәм экология министрлығы менән берлектә реконструкция эштәре башҡарылған. Айырып әйткәндә, ярҙары нығытылып, һыу һаҡлағыстың гидротехник ҡоролмаларына капиталь ремонт эштәре үткәрелгән.

Әйтергә кәрәк, быуаны 2013 йылдан Үрге Йәркәйҙә йәшәүсе Ғәзим Мөхәмәтуллин арендаға алған. Күптән түгел бында үрсетеүгә 250 кг карп, 50шәр кг аҡ амур һәм толстолобик балыҡтары ебәрелде.


Читайте нас: