Республикала 2016 йылда урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһына башланғыс бирелде.
Ул – урындағы дәрәжәлә халыҡтың актив ҡатнашлыгында иң ҡырҡа социаль проблемаларҙы оператив рәүештә асыҡлау һәм һөҙөмтәле хәл итеү мөмкинлеге биргән механизм.
Ә урындарҙа проблемалар етерлек. Улар юлдар, мәҙәниәт йорттары ремонты, һыу менән тәьмин итеү, яҡтылыҡ, территорияларҙы төҙөкләндереүҙе тәьмин итеү һ.б.
Уларҙы билгеләүҙә, инициативаларҙы әҙерләүҙә һәм финанслауҙа, эштең үтәлешен контролдә тотоуҙа граждандар үҙҙәре лә актив ҡатнаша.
Бишҡурай ауыл советы ауыл биләмәһе Бишҡурай, Бәләкәй Бишҡурай, Төйлөгән, Иләкшиҙе, Ташшишмә ауылдарын берләштереп,унда барлығы 364 хужалыҡ иҫәпләнә. Бында уларҙың тормошон яҡшыртыуға йүнәлдерелгән ҙур сығымлы эштәр башҡарыла, төрлө проекттар тормошка ашырыла. Биләмә халҡы ағымдағы йылда ла әлеге программаны хуплап алды. Әйтергә кәрәк, урамдарҙы ҡышын – ҡарҙан, йәйен сүптән таҙартыу проблемаһының киҫкен тороуы һәр кемгә мәғлүм.
(Дауамын гәзитебеҙҙең 10 һанында уҡығыҙ).