САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Октябрь 2018, 18:28

Район тарихының иҫтәлекле сәхифәһе

Октябрь айында Саҡмағошта хоккей командаһы ойошоп, район данын алыҫтарға таратыусы спорт төрө булып әүерелеүгә 50 йыл тулды. 13 октябрҙә ошо айҡанлы район үҙәгендә ҙур тантаналы сара үткәрелде.

Байрамда муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, муниципаль район Советы вәкилдәре, ветеран-хоккейсылар, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, уларҙың тренерҙары, ата-әсәләре һәм спорттың был төрөн үҙ итеүсе район халҡы ҡатнашты. Ҙур байрамға Өфөнөң һәүәҫкәр хоккей лигаһы рәисе А.Ф. Ильясов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары В.В.Соколов менән И.М. Усмановтың ярҙамсылары мәртәбәле ҡунаҡ сифатында саҡырылды.

Байрамға йыйылыусыларҙы муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Дамир Низамов тәбрикләп, районда ошо спорт төрөнә нигеҙ һа-

лыусы тип хаҡлы рәүештә билдәләнгән күренекле спортсы, Башҡортостан Республикаһының атҡҙанған уҡытыусыһы һәм тренеры, РСФСРҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, СССР-ҙың спорт

мастеры Фидрат Афзал улы Ғимаевҡа Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы Маҡтау грамотаһын, майка һәм юбилей миҙалын тапшырҙы. Спорт ветераны үҙ сиратында йыйылыусыларҙы йылы сәләмләп, бөтә спортсыларға ла спорт тормошонда үҙ ал дарына ҡуйған маҡсаттарға ирешеүҙәрен теләне. Тәбрикләү һәм бүләкләүҙәр артабан да дауам итте. Ошо биш тиҫтә йыл дауамында районда хоккей спортын үҫтереүгә үз өлешен кереткән яҡташтарға Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының, “Башкортстан хоккейының берләштерелгән федерация-һы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары, муниципаль район хәкимиәтенең, шулай БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары В.В.Соколов һәм И.М.Усма-

новтың Рәхмәт хаттары тапшырылды. Бынан тыш, хоккей ветерандарының бөтәһенә лә юбилей миҙалдары ла тапшырылды. Был көндө байрам

ҡунаҡтары – Өфө һәүәҫкәр хоккей лигаһы етәксеһе А.Ф. Ильясов, депутаттарҙың ярҙамсылары М.Й.Мөхәммәтшина, Э.Ә.Ғәзизова, өҫтө ябыулы боҙ шыуғалағы директоры Р.Ф.Шәйехов тара-

фынан да ветерандар, спортсылар, тренерҙар, көйәрмәндәр адресына бик күп йылы

һүҙҙәр һәм теләктәр еткерелде. Байрам тантанаһында тәбрикләүҙәр һәм сығыштар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән тулҡынландырғыс концерт номерҙары менән үрелеп барҙы

(Дауамын гәзитебеҙҙең 10 һанында уҡығыҙ).
Читайте нас: