САРМАНАЙ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Октябрь 2018, 12:01

Диңгеҙ шауын тыңлап

Конхиофилия һүҙе таныш булмағандарға медицинага бәйле кеүек тойолор. Ләкин был һис тә улай түгел, ә диңгеҙ ҡабырсыҡтары йыйыу, тигән һүҙ. Ул филателия йәки нумизматика кеүек үк мауыҡтырғыс шөғөл.

Ғәҙәттә, һыу янында ял итеү ваҡытында башланып китә... Кушнаренко ауылында йәшәүсе беренсе рангылы капитан Владимир Богатиков та диңгеҙ сәйәхәттәре ваҡытында ҡабырсыҡтар коллекцияһы йыйған. Бөгөн уның йорто музейҙы хәтерләтә.

Биш диңгеҙҙе кискән Владимир Богатиков инде күп йылдар ҡоро ерҙә йәшәй. Диңгеҙҙе күптән күргәне булмаһа да, уның шауын коллекцияһындағы һәр ҡабырсыҡта ишетә.

Диңгеҙ ҡабырсыҡтары музейында булғанға бер нисә көн үтеүенә ҡарамаҫтан, унда алған тәьҫораттар әле һаман да ташламай. Эш ғәжәйеп матур ҡабырсаҡтарҙа ғына ла түгел, ә ошо матурлыҡты туплаусы һәм башҡаларҙан айырылып тороусы һоҡланғыс кешелә.

Буҫағанан атлап инергә лә өлгөрмәнек, әкиәти диңгеҙ батшалығына эләктек. Күргән хоҙурлыҡтан күҙҙәребеҙ ҡамашты. Бер ҡабырсыҡҡа һоҡланып, уның фоторәсемен алырға өлгөргәнсе, хужа иғтибарыбыҙҙы яңыға йүнәлтте.

Владимир Валентинович ҡыҙыҡлы әңгәмәләш булып сыҡты. Ул һөйләгәндәрҙе туҡтамайса тыңларға мөмкин. Яҙмам геройы беҙҙе теге йә- ки был ҡабырсыҡтың тарихы менән мауығып таныштырҙы. Был ваҡытта, үҙенә генә билдәле тәъҫораттарҙы иҫкә төшөрөп, күҙҙәрендә шатлыҡ нурҙары бөркөлдө. Ул диңгеҙ батшалығы заттарының ите йәки ҡабырсығы ҡайҙа һәм нисек ҡулланылыуы тураһында ла аңлатып үтте. Әлбиттә, махсус кәрәк-яраҡтарҙан башҡа быларҙы диңгеҙ төбөнән алып булмаҫ ине. Сөнки күп кенә моллюсктар ҙур тәрәнлектә генә йәшәй. Ә ҡайһы берҙәренә ҡағылыу хатта ғүмер өсөн хәүефле лә. Әммә, быға ҡарамаҫтан, диңгеҙ ҡабырсыҡтары коллекцияһы 700-ҙән артыҡ экземплярҙы берләштергән.

Музей хужаһы үҙенең тормошо менән дә ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Ул Кушнаренко ауылында тыуып-үҫкән. Мәктәптән һуң Магнитогорск ҡалаһында машинистар курсын тамамлай.

Һуңынан армия сафына саҡырыла. Демобилизацияланғандан һун Киев юғары хәрби-диңгез сәйәси училищеһына уҡырға инә. Ҡыҙыл дипломға тамамлаған белгесте Ҡара диңгез флотына хеҙмәткә ебәрәләр. Беренсе рангылы капитан дәрәжәһенә ҡәҙәр үҫә.

–Коллекциямды күп йылдар йыям инде, – ти Владимир Богатиков. – Был ваҡыт эсендә унда император ҡабырсығы (таж рәүешендәге), наутилус – перламутр ҡабырсыҡ кеүек һирәк осрай торған ҡабырсыҡтар ҙа тупланды. Бындай табыштарым менән мин, һис шикһеҙ, ғорурланам. Улар үҙҙәрендә бөтә диңгеҙ һәм океандарҙың тауышын һаҡлайҙар.

Яҙмам геройы беҙҙе оҙата сыҡты, ә ҡапҡа ябылғас, осрашыуҙан алған тәьҫораттарым тулҡынында тибрәлдем. Башымда: «кеше үҙ эшен ни ҡәҙәр бирелеп башҡара ала», – тигән уйҙар ҡайнаны. Был – ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ сифат. Ундайҙар менән һоҡланырға ғына ҡала һәм ҡабатланмаҫ кисерештәр өсөн рәхмәт әйтәһе килә.
Читайте нас: