САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Сентябрь 2018, 15:24

Ышаныслы кеше, ғаилә терәге

Күптәр район гәзите биттәрендә үҙҙәре тураһында яҙыу өсөн сәбәп юҡ, бының өсөн предприятие, ауылда уларҙан да лайыҡлылар күп, тип иҫәпләй.

Марсель Сухов – егерме ете йыл стажлы район эксплуатация хеҙмәте мастеры ла нәҡ шундай фекерҙә. Уның тормош портретын хеҙмәттәштәре һәм ғаилә ағзалары һүҙҙәренән төҙөрбөҙ. Ә уның тураһында яҙырға бер түгел, ике сәбәп бар: сентябрҙә ул һөнәри байрамын һәм алтмыш йәшлек юбилейын билдәләй.

Марсель Саҡмағош районы Яңы Мортаза ауылында йәшәүсе Финә һәм Расих Суховтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Урындағы башланғыс мәктәпте тамамлап, уҡыуын Иҫке Ҡалмаш урта мәктәбендә дауам итә.

Өлгөргәнлек аттестатын алғас, Марсель ауыл хужалығы техникумын тамамлаған атаһы үрнәгендә ошо уҡыу йортона юллана. Алға таба Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Изге бурысын үтәп ҡайтҡан егет ауыл хужалығы институтына укырға инә.

Хеҙмәт эшсәнлеген район комсомол комитетында инструктор булып башлай. Был осорҙо айырыуса йылылыҡ менән иҫкә ала ул:

–Колхоз һәм совхоздар гөрләп үҫкән осор. Барыһы ла ең һыҙғанып эшләй ине, шул иҫәптән мин дә. Уңыш йыйыу – ҡайнар миҙгел. Гәзит биттәре “уңыш өсөн көрәш” һүҙҙәре менән юҡҡа ғына биҙәлмәгәндер инде. Йәштәр бер-берһе менән ярышып, икешәр норма үтәне. Ин мөһиме, ярыш шундай ине – бер кем вымпелны, алдынғылыҡты бирергә теләмәне...

Тормошоноң икенсе баҫҡысы – компартияның район комитетында эшләү дәүере. Башта инструктор, бер аҙҙан дөйөм бүлек мөдире була.

1991 йылдан район газ хеҙмәтендә эшләй башлай һәм бөгөнгә ҡәҙәр шунда бригада мастеры булып эшләй. Ул лайыҡлы рәүештә газ хеҙмәткәрҙәре араһында абруй ҡаҙанды.

–Уға ышаныслылыҡ, яуаплылыҡ хас. Шуға ла иң ҡатмарлы эште тапшырып була. Ул етәкләгән ер аҫты гаҙ үткәргестәр хеҙмәте йөкмәтелгән бурыстарҙы тулыһынса үтәй. Бынан тыш, М.Сухов конфликттарға кермәй, ҡатмарлы хәлдәрҙән дә дипломатик юл таба...– ти район газ хеҙмәте начальнигы Рәмил Бәширов.

Дуҫтары, таныштары, хеҙмәттәштәре Марсель Расих улының төп сифаты уның яҡшы күңеллелеге, асыҡлығы һәм һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер тороуы, тип билдәләй. Ул “Изгелек изгелек булып ҡайтырға тейеш!” тигән девизға таяна.

Коллективтың социаль тормошо профком “контролендә”. Уны ун йыл инде яҙмам геройы етәкләй. Ветерандар тураһында хәстәрлек, өлкәндәр һәм балалар ялын ойоштороу, матди ярҙам күрһәтеү, спартакиадаларҙа ҡатнашыу – профсоюздың тулы булмаған эш исемлеге.

Оҙаҡ йылдар был вазифалағы хеҙмәте “Рәсәй профсоюздарына 100 йыл” миҙалы, “Газпром газораспределение Өфө” йәмғиәте, район хакимиәте Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 9 санында уҡығыҙ).
Читайте нас: