САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Сентябрь 2018, 15:36

Ҡулында таштар йәнләнә

Донъяла талантлы һәм билдәле рәссам-һынсылар шаҡтай күп. Кушнаренко ауылында ла Илфир Хәйруллин исемле үтә тыйнаҡ, сабыр һәм алтын ҡуллы оҫта йәшәй.

Ул һәр ваҡыт нимәлер хәстәрләй, һәр даим эҙлә-неү, үҙенең яңы идеяларын тормошҡа ашырыу менән көн күрә. «Самолет» ял паркындағы таш һындар – уның ижад емештәре. Быны ул бушлай, киләсәк быуын да үҙебеҙ һәм тарихыбыҙ тураһында иҫкә алһын өсөн башҡара. Сөнки киләсәк үткәндәрһеҙ була алмай.

Ҡайһыбыҙҙың ғына районыбыҙҙы матур, тәрбиәләнгән итеп күргеһе килмәй икән. Был – власть органдарының эшенә һәм халыҡ башланғыстарына бәйле. Яҙмам геройын беҙҙә генә түгел, райондан ситтәгеләр ҙә яҡшы белә. Ул – халыҡ дауалаусыһы. Ул кешеләрҙе ҡулдары менән дауалай. Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә ҡулдары аша меңлә-гән кеше яҙмышы үткән.

Талантлы кеше бар яҡтан да талантлы, тигән әйтем бар. Был һүҙҙәр яҙмам геройына тулыһынса тура килә. Илфир Фидрат улының бала саҡтан уҡ килгән таш скульптуралар яһау хыялы була. Ниһайәт, ул тормошҡа ашты. Ул уларҙан ғәжәйеп һындар яһай. Был ваҡытты оҫтаның ҡул аҫтында таш гүйә эске үҙенсәлеген юғалтып йомшара ла, теләгән формаға килә. Ошо сәнғәт үрнәктәренә ҡарайһың да, ташты әүәләп була кеүек тойола башлай. Әлегә барлығы ике һынды теүәлләгән, әммә был эштең ни бары башы ғына.

–Ҡом-таштан төрлө фигуралар яһауы ауыр түгел. Төҙөлөш материалы булараҡ та ысын ҡомташ ҡуллана башлайҙар. Тап шуларҙан Мысыр пирамидалары төҙөлгән, – тип аңлатма бирҙе оҫта.

Берәүҙәр аяҙ күктән ямғыр көтөп йәшәй, берәүҙәре эште күршеһе эшләр, тип өмөт итә. Ә Илфир Хәйруллин үҙенә генә ышанырға өйрәнгән. Ауылдашыбыҙға барыбыҙ бергәләшеп һәм уртаҡ көс менән донъяны үҙгәртергә ярҙам итһәк, моғайын, тиҙҙән был ер һәммәһенең дә иң яратҡан урынына әүерелер.


Читайте нас: