САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Сентябрь 2018, 13:41

Техникалары – яңы, эш шарттары – яҡшы

«Урожай» ширҡәте – районда ғына түгел, республикала танылған хужалыҡтарҙың береһе. Улар игенселек һәм малсылыҡ өлкәһендә йылдың-йылында юғары күрһәткестәргә өлгәшә, ауыл хужалыгы өлкәһендәге яңы технологияларҙы киң ҡуллана, заманса техника һатып алыуға ҙур иғтибар бүлә – иң мөһиме, эшселәргә хеҙмәт хаҡы үҙ ваҡытында түләнә.

Шулай булмайынса, хужалык менән 17 йылдан артыҡ булдыҡлы етәксе, БРҙың атҡаҙанган ауыл хужалығы хеҙмәткәре Айҙар Мөхәрләмов етәкселек итә. Әйтергә кәрәк, ширҡәт баҫыусылыҡта һәм малсылыҡта ирешкән уңыштары өсөн район һабантуйында 2010 йылда - «ВАЗ-2107», 2014 йылда «ВАЗ-2121» автомашиналарына лайыҡ булды. Ағымдағы йылда ла һынатманылар – беренсе урынға сығып, абсолют чемпион исемен ғорур йөрөтәләр.

Быға ирешеү өсөн йыл дауамында тырышырға, көс түгергә кәрәк, әлбиттә. Хужалыҡ етәкселеге баҫыуҙарға индереү өсөн ҡыштан уҡ етерлек күләмдә ашлама, сифатлы орлоҡ туплай; машина-трактор паркын яңыртыуға, булған техниканы һаҡсыл файҙаланыуға ныҡлы иғтибар бирә. Һөҙөмтәһе – бар төр техника яңы, ҡеүәтле.

Дулҡынланып ултырган иген ҡырҙары ширҡәт етәкселегенең, баҫыусылыҡ белгестәренең һәр участокта хеҙмәтте тейешенсә ойошторғандарын, ә ағзаларҙың ҡара тир түккәндәрен күрһәтә. Яҡ-

шы итеп эшкәртелгән майҙандарға элиталы, югары репродукциялы орлоҡтар индерелгән. Йәй айҙарында үҫемлектәрҙе сүп үләндәренән һәм ҡоротҡос бөжәктәрҙән һаҡлау эштәре алып барыу һөҙөмтәһендә уңыш муллығы менән һөйөндөрҙө. Уны юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу өсөн хеҙмәтсәндәр бар тырышлығын, тәжрибәһен һалып, алды-ялды белмәй эшләне. Улар аяз көндөң һәр минутын отошло файҙаланып ҡалырға ашығып, бар көстө ураҡҡа йүнәлтте.

(Дауамын гәзитебеҙҙнең 9 снында уҡығыҙ).


Читайте нас: