САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Сентябрь 2018, 13:09

Шатлыҡ һәм өмөт байрамы


Солтанай ауылында район үҙәге ҡунаҡтары, ауыл клубы, мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре һәм «Аҡ ҡалпаҡ» район татар ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзалары ҡатнашлығында ғәжәйеп кисә үтте.

Сара өс өлөштән торҙо. Ин элек ауыл китапханаһы мөдире Зилиә Ғарифуллина йыйылыусыларға тормош һынауҙары һәм ауырлыҡтар аша үткән шағир Хәсән Туфан яҙмышы тураһында һөйләне.

Икенсе өлөштә ауылдың хөрмәткә лайыҡ ғаиләләре менән таныштыҡ. Улар үҙҙәренең хеҙмәте һәм тормошҡа ҡарашы менән үҫеп килеүсе быуынға үрнәк булып торалар. Алтмыш йыл бергә иңде иңгә терәп ғүмер итеүсе Зифа һәм Ирек Насировтарға республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтан Ҡотлау хаты тапшырылды. Шундай уҡ ҡотлауҙарҙы алтын туйҙарын билдәләүсе Зәнифә

һәм Мәғрүф Ғәлләмовтар, Рәйсә һәм Азат Миңнебаевтар ҡабул итте. Зөлфирә һәм Әнәс Вәғизовтар “Быуат ғаиләһе” тип танылды.

Йыһаниә һәм Ринат Әйүповтар, Флүрә һәм Фәнил Кашаповтар, Лена һәм Фәнис Латиповтарҙың тормош юлы еңелдәрҙән түгел. Әммә бергә һәм берҙәм булғанға, улар бар ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыға алғандар. Яҡшы балалар тәрбиәләп, бөгөн уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәйҙәр.

Ойоштороусылар парһыҙ, яңғыҙ ҡалғандарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Заһиҙә Әбүҙәрова, Рая Латипова, Гөлнара Ниғмәтйәнова һәм Наилә Кашапова юғалтыу әсеһен татыһалар ҙа, йәшәргә көс табып, матур ғүмер итәләр.

Әлиә һәм Илвир Йәләевтар хеҙмәттәре менән солтанайҙарҙың хөрмәтен яуланы, абруй ҡаҙанды. Бында тәрбиәгә ике бала алған (Рөстәмгә – 13, Әлиәгә – 7) Фәхриевтар ғаиләһен дә һәр кем ихтирам итә.

Сарала ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләләге генә түгел, йәмғиәттәге роле тураһында ла фекерҙәр янғыраны. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәисе Минзилә Вәлиева, “Аҡ ҡалпаҡ” район татар ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Фәндидә Харрасова, Кушнаренко районының маҡтаулы гражданины Фәйләс Муллағәлиев һәм башҡа сығыш яһаусылар кисә ҡаһармандарына оҙон бәхетле йылдар һәм сәләмәтлек теләне.

Иҫке Ҡамышлы мәҙәниәт йорто мөдире Ләйсән Нуриәхмәтова ҡалпаҡ сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ҡалпаҡтарҙы тегеүсе лә, сигеүсе лә ул үҙе. Ләйсән тәҡдим иткән баш кейемендәге биҙәктәр күренеше сараны йәнләндереп ебәрҙе.

Осрашыу аҙағында ойоштороусылар йыйылыусыларға кисәлә ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ә тамашасылар Зилиә Ғарифуллина, Зәмбилә Хөсәйенова, Венера Вәлиуллина һәм урындағы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә ихлас яуап рәхмәтен еткерҙе.

Байрам тамамланды, ә күңелдә халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, теле һәм ғөрөф-ғәҙәттәренең матур киләсәге булыр әле тигән шатлыҡ һәм өмөт сатҡылары ҡабынды.




Читайте нас: