САРМАНАЙ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Сентябрь 2018, 12:38

Сәскәләр – тормош йәме

Бер генә байрам да, бер генә тантана ла сәскәләрһеҙ үтмәй. Улар урамдарҙы, баҡсаларҙы, парктарҙы, йорттарҙы йәмләй. Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуыҙлыҡ булмай, ти венгр халыҡ мәҡәле.

Юҡҡа мени улар нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт символы, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы булып тора.

Әйтергә кәрәк, районда сәскәләр байрамы уҙҙырыу күптән инде илештәрҙең көтөп алған, яратҡан байрамына әйләнде. Йәйҙең һуңғы көндәрендә әлеге сара

Этәй ауылында үтте. Унда матурлыҡҡа ғашиҡ, күңелдәре ижади күркәмлеккә, тормошто тик сағыу төҫтәр аша күрергә ынтылған гөлсәскә яратыусылар йыйылды.

“Күмәк көс яу ҡайтара” тигәндәй, ул ысын мәғәнәһендә, байрам кеүек ойошторолғайны. Бында килеүселәрҙе Этәй ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһы алдында сәскәләр диңгеҙе ҡаршы алды, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Әйткәндәй, уларҙы аран жировкалау алымы Японияла барлыҡҡа килгән. Ә хәҙер композициялау оҫталығына һәр кеше эйә. Төрлө командаларҙың был йүнәлештәге маһирлығына һоҡланмау мөмкин түгел ине! Улар үҙҙәренең оригиналь, ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле ижади эштәрен тәҡдим итте. Әлбиттә, Ғаилә йылына бағышланған тематиканы сағылдырған композициялар төп урынды биләне.

Байрамды Этәй ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Айрат Баһаов асып, үҙ сығышында теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе. «Этәй ауылы гөлдәр күргәҙмәһен хәтерләтә. Шулай булмайынса, һәр йорт, баҡсалар сәскәләргә күмелеп ултыра, тип әйтерлек. Уларға ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел. Барыһына, бәйгелә ҡатнашыусы командаларға, шәхси хужалыҡ вәкилдәренә рәхмәт һүҙҙәре белдерәм. Киләсәктә лә тирә-яғыбыҙ күркәм булһын, матур йәшәргә яҙһын»,– тине ул.

Күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләрҙән гөлләмәләр, композициялар өҫтәлдәрҙе биҙәне, көҙгө муллыҡ – баҡса емештәре лә байрамға йәөҫтәне. Сарала «Ромашка»

(Этәй урта мәктәбе коллективы), «Йәшлегем сәскәләре» (хеҙмәт ветерандары), «Мәтрүшкәләр» (Этәй фельдшер-акушерлыҡ пункты менән почта элемтәһе бүлексәһе), «Солнышко» (балалар баҡсаһы), Теләпәндән «Аҡ сәскәләр» командалары ҡатнашты. Улар үҙҙәре менән таныштырып, девиздарын, йырҙарын, концерт номерҙарын тәҡдим итте.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 9 санында уҡығыҙ).


Читайте нас: