САРМАНАЙ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Сентябрь 2018, 12:26

Иҫтәлекле сәйәхәт

Республика Хөкүмәтенең “Өсөнсө быуын халыҡ университеттары һәм социаль туризм тураһында”ғы ҡарарын эҙлекле ғәмәлгә ашырыу район һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советының өҫтөнлөклө эшсәнлек төрө булып ҡала.

Үткән ҡыш өлкәндәр Өфөгә барып, “Рәсәй–минең Ватаным” күргәҙмәһе менән танышһалар, күптән түгел 37 кеше күрше Татарстанға сәйәхәткә юлландылар. Сара ветерандар советы прези-

диумы ҡарары һәм муниципаль район хакимиәте ярҙамы менән ойошторолоп, ветерандарҙың үҙ иҫәптәренә ғамәлгә ашырылды. Транспорт, экскурсия уҙҙырыусылар, ҡунаҡхана, туҡланыу мәсьәләләре уңай хәл ителде.

Сәйәхәт ике көнгә иҫәпләнеп, маршрут Түбән Кама, Чистай ҡалалары аша үтеп, Бөйөк Болғар һәм иң күркәм ҡала булған Ҡазандың иҫтәлекле урындары менән танышыуҙы эсенә алғайны. Татар дәүләтенә һәм Ислам диненә башлап нигеҙ һалынған төбәк булған Бөйөк Болғар өлкәндәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу туҙырҙы. Иҙел ярына урынлашҡан был тарихи урындың һәр ташы үҙенә әллә күпме ваҡиғаны һыйҙырған. Бында әле лә ҡаҙыу эштәре дауам итә һәм боронғо тарихты терғеҙеү сараһы күрелә. Ер аҫтынан табылған әйберҙәр махсус төҙөлгән Болғар милли музейында урын алған. Был музей Иҙел ярын 40 метр тәрәнлеккә уйып, ғәжәйеп архитектура проекты менән төҙөлгән. Шулай уҡ Болғарҙа Ислам динен ҡабул итеү хөрмәтенә төҙөлгән Иҫтәлек музейы, Аҡ мәсет, Ислам университеты, боронғонан һаҡланып ҡалған Собор сиркәүе һ.б. иҫтәлекле урындар күңелдәрҙә әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур тәьҫораттар тыуҙырҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, улар менән бер көндә генә яҡшылап танышып бөтөү мөмкин дә түгел.

Сәйәхәттең икенсе көнө Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы Ҡазан менән танышыуға бағышланды. Ысынлап та, Ҡазан – матурлығы, төҙөклөгө, һирәк осрай торған архитектура өлгөләре менән иғтибарҙы йәлеп итерҙәй ҡала. Күптән түгел бында донъя күләм футбол чемпионаты уҙғарылыу уңайынан башҡарылған әҙерлек үҙен ныҡ һиҙҙерә. Ҙур спорт һарайҙары, күркәм һәм уңайлы ял итеү урындары һоҡланыу тыуҙыра. Шулай уҡ тарихи биналар, һәйкәлдәр, юғары уҡыу йорттары, мәҙәни үҙәктәр, бигерәк тә Ҡурсаҡ театрының сихри матурлығы, Казанка йылғаһы, Ҡабан күле һ.б. – сәйәхәтселәрҙе үҙенә йәлеп итәрҙәй урындар. Ә Ҡаҙан Кремле менән танышыу – үҙе үк күптәнге хыял ине. Кремль майҙаны алдына ҡуйылған мәғрүр шағир Муса Йәлил һәйкәле янында булыу ҙа ҙур дулҡынланыу хистәре тыуҙырҙы. Унан һуң эскә үтеп, Ҡол Шәриф мәсетен, Сөйөмбикә манараһын яҡындан күреү, улар хаҡында экскурсовод һөйләгән риүәйәттәрҙе тыңлау, Собор сиркәүен ҡарау, ниһайәт, хыялдарҙы тормошҡа ашырҙы. Ғөмүмән, ветерандар сәйәхәттән ҙур ҡәнәғәтләнеү алып, уны ойошторған өсөн муниципаль район хакимиәтенә, район ветерандар советына рәхмәтле булып ҡайттылар.


Читайте нас: