VI Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршылау һәм Ғаилә йылы сиктәрендә йәйҙең һуңғы көнөндә район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда “Берҙәм ғаилә булып беҙ дуҫлыҡты һаҡлайбыҙ” тип исемләнгән сәскәләр фестивале үтте.
Уны район ҡатын-ҡыҙҙар советы, татар ҡатын-ҡыҙҙарының “Аҡ ҡалпаҡ” йәмғиәте, Саҡмағош үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, муниципаль район ха-
кимиәтенең мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәре ойошторҙо.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев, Башҡортостан Мәғариф министрлығының һөнәри белем биреү бүлеге начальнигы Г.М. Давыдова, республика Йәмәғәт палатаһының шәфҡәтлелек һәм ирекмәнлекте үҫтереү бүлеге начальнигы Л.С. Исәргәкова, ауыр сирле балаларға ярҙам итеү Фонды директоры Ф.М.Латипова байрамдың мәртәбәле ҡунаҡтары сифатында ҡатнашты.
Әлеге сара районда йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре мәҙәниәттәренең уртаҡ байрамы булды. Унда ҡатнашыусы һәр милләт вәкилдәре сәскә, еләк-емеш һәм йәшелсә композициялары, ижади музыкаль номерҙар ярҙамында Башҡортостанды төйәк иткән халыҡтарҙың тормош-көнкүрешен, йолаларын тасуирланы. Һәр ауыл биләмәһенән йорттарын гөл-сәскәләргә күмеп, өлгөлө тәртиптә тотҡан иң яҡшы ғаиләләр ҙә был гүзәллек байрамында ҡатнашып, уның биҙәге булды.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәисе Э.Ә.Ғәзизова конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла был бәйгелә ҡатнашыуға ижади ҡарашта булыуҙары һәм яуаплылыҡ тойоп әҙерләнеүҙәре, тәрән йөкмәткеле һәм мәғәнәле атамалы композициялар эшләп алып килеүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Артабан сығыш яһаған муниципаль район хакимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары С.Ф.Шакирова бындай байрамдарҙың ауылдың көндәлек тормошондағы әһәмиәтен билдәләне һәм конкурста еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы.
(Дауамын гәзитебеҙҙең биттәренән уҡығыҙ).