САРМАНАЙ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Август 2018, 18:46

Кешенең көсө – ғаиләлә

Ныҡлы татыу ғаилә йылдар уҙған һайын кеше өсөн иң ҡиммәтле бүләккә әүерелә. Һәр беребеҙ өсөн бик ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта бер аҙ тылсымлы был һүҙҙә үҙебеҙгә яҡын кешеләрҙе күҙ алдына килтерәбеҙ.

Был төшөнсә, ғәҙәттә, ҡәҙерләп, кәңәштәренә ҡолаҡ һала торған ғәзиздәребеҙ – икенсе яртыбыҙ, балаларыбыҙ һәм йортобоҙҙо кәүҙәләндерә.

Йәнәшәбеҙҙә ҡыҙыҡлы, матур йәш парҙар йәшәй. Уртаҡ ояларын күптән түгел генә ҡорған шундай ғаиләләр менән таныш тыраһы килә. Шундайҙар-ҙың берһе – Әлфиә һәм Марсель Ханмырҙиндар. Дүрт кешенән торған татыу ғаилә яны төҙөлөп килеүсе Андреевка төбәгендә ғүмер итә.

Киләһе йыл башында ғаилә ун йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Буласаҡ ир һәм ҡатынды нәҡ ғинуар айы бергә ҡауыштырған. Йәштәр район үҙәгендә таныша. Кушнаренко егете Марсель Әлфиә эшләгән хужалыҡ тауарҙары кибетенә йыш ҡына инеп йөрөй.

–Башта ул кибеттәге әле бер тауарҙы, әле икенсеһен оҙаҡ ҡына ҡарай ине. Был һөйкөмлө йәш егеткә иғтибар итмәйенсә мөмкин түгел. Һатып алғандары, һөйләгәндәренән уның ысын хужа икәненә төшөндөм. Бындай осрашыуҙар оҙаҡҡа һуҙылманы. Көндәрҙән бер көндө ул кибет ябылыуға килде лә, оҙатып ҡуйырға тәҡдим яһаны. Беҙҙең ғәжәпкә, бер үк урамда, хатта күршеләр булып йәшәгәнебеҙҙе асыҡланыҡ. Осраша башланыҡ, мин шунда уҡ уның үҙ кешем, яҙмышым булыуын аңланым, – тип иҫкә алды Әлфиә. Һәр ғаиләнең нигеҙе хеҙмәткә ҡорола. Ә был ғаилә-

ләге эшһөйәрлек, моғайын, нәҫелдән киләлер. Ханмырҙиндар икеһе лә үҙ көстәре менән табып ғүмер һөрөүсе ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, бәләкәйҙән эшләп үҫкән. Марселдең булдыҡлылығы һоҡландыра. Төҙөлөш һәм шәхси хужалыҡты алып барыу эштәре – һәммәһе лә уның көсөнән килә. Быларҙың барыһы ла – үҙ ҡулдары менән...

Тыуған йортонда уҡ әсәһенә ярҙамлашып үҫкән Әлфиәне лә бөгөн эшһеҙ итеп күҙ алдына килтереп булмай. Ул яҡшы хужабикә, өйөндә уңайлылыҡ урынлаштырырға ла, өҫтәлен ҡорорға ла, яҡындарын һәм дуҫтарын тәмле ризыҡтар менән һыйларға ла булдыра. Яғымлы һәм нәзәҡәтле ханым ғаиләлә үҙара яҡты һәм йылы мөнәсәбәт тыуҙырған.

Әлфиә – Яңы Ҡормаш ауылында йәшәүсе Дамира һәм Мәүлет Лоҡмановтарҙың баш балаһы. Кесе туғаны Илшат менән улар үрнәкле татыу ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫә. Туғыҙынсы синыфты тамамлағандан һуң ҡыҙ Кушнаренко ауыл хужалығы техникумына уҡырға инеп, бухгалтер-иҡтисадсы һөнәренә эйә була.

Марсель – район үҙәгендә ғүмер итеүсе Әлфиә һәм Нәсим Ханмырҙиндарҙын өлкәндәре. Егет бәләкәйҙән ата-әсәһенә ярҙамлашып үҫә. Бөгөн дә улар өсөн генө түгел, һеңлеһе Ләйсәнгә лә төп терәк булып тора. Аттестат алғандан һун, яҙмышын пароходсылыҡ менән бәйләргә ниәтләй һәм йылға училищеһына уҡырға инә. Һөнәре буйынса бер ни ҡәҙәр эшләп алғандан һуң ҡабат тыуған яғына ҡайта.

(Дауамын гәзитебеҙҙең биттәренән уҡығыз).
Читайте нас: