САРМАНАЙ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Август 2018, 18:17

Онотолмаҫ ижад кисәһе

Иҫке Туҡмаҡлы ауылы үҙенең талантлы кешеләре менән райондан ситтә лә билдәле. Яңы Туҡмаҡлынан да үҙ хеҙмәте һәм ижады менән кесе ватанын данлаусы танылған күп кешеләр сыҡҡан.

Ошо көндәрҙә Иҫке Туҡмаҡлы ауылы мәҙәниәт йортонда ике ижадташ дуҫ – Татарстан Республикаһынан һәүәҫкәр автор-башҡарыусы Ләйлә Карамова һәм яҡташыбыҙ Фәрит Нурғәлиевтын осрашыу кисәһе үтте. Ләйлә Мирғәлим ҡыҙы – һәүәҫкәр композитор, үҙеменән килгән «Өмөт» ансамбле етәксеһе. Ул Ф.Нурғәлиев һүҙҙәренә байтаҡ йыр яҙған.

«Өмөт» ансамбле күрше республиканың биш районынан мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе берләштерә. Бер нисә йыл эсендә ул киң репертуар туплаған, үҙ тамашасыһын тапҡан.

Ансамбль етәксеһе һөйләүенсә, уның һәүәҫкәр шағир Фәрит Нурғәлиев менән дуҫлығы күп йылдар дауам итә. Интернеттағы социаль селтәрҙәр аша танышҡандар.

–Беҙҙең ансамбль ағзаларының күпселеге тиҫтәләрсә йыл хеҙмәт стажына эйә. Сәләмәтлектәре маҡтанырлыҡ булмаһа ла, актив тормош рәүеше алып баралар. Беҙ һеҙҙең менән күршеләр бит,

шуға күрә дуҫлашырға, аралашырға, ижадыбыҙ менән уртаҡлашырға кәрәк, – ти Л.Карамова.

Ләйлә ханым ауыл халҡына яны йырҙарын бүләк итте. Фәрит Нурғәлиев яҡташтарына лирик шиғырҙарын уҡыны. Уҡыусылар Айнур Нәбийәров, Илзидә Вилданова, Аделина Мөбинова, Ирина Бәҙретдинова, автор фекерен тамашасыға сәнғәтле еткереп, алҡыштарға лайыҡ булды.

Башҡарыусыларҙың күңел түренән сығып, тамашасының күнеленә барып еткән композициялар күп булды. Раушания Әхмәтшинаның сығышы үҙе генә лә нитора! Ансамбль йырсыһы Мәрйәм Диярова моңло тауышы менән залдағыларҙың мөхәббәтен яуланы.

«Яңы көн» гәзите мөхәррире урынбаҫары Илдар Хафизов һүҙҙәренә ижад иткән яны йырын башҡарып, педагогик хеҙмәт ветераны Роза Яҡупова ауылдаштарын әсир итте. Баянда Илфир Әйүпов уйнаны.

Риф Сәхибгәрәев үҙ шиғырҙарын халыҡҡа еткерә белә. Был юлы ла уны тын ҡалып тыңланылар.

Был кисте ауылдаштары үҙҙәре өсөн тағын бер талант асты. Ҡатыны вафат булғандан һун Фаил Әлимов шиғырҙар яҙа башлаған. Унын йөрәк ҙарын асып һалған шиғри юлдар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ҡунаҡтар буш ҡул менән килмәгән. Улар тамашасыларға төрлө номинациялар буйынса бүләктәр таратты. Хәҙисә әбей Лоҡмановаға ансамбль ағзалары ҡулы менән эшләнгән сувенир тапшырҙылар. Риф Сәхибгәрәев – ауылдың иң актив кешеһе, Элина һәм Фидус Сафиндар – иң йәш ғаилә, Шәрифә һәм Ғәли Сафиндар иң татыу ғаилә номинацияларында иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды.

Кисәне ойоштороусылар иғәнә ярҙамы күрһәткәндәре өсөн Фоат һәм Илфат Сәғитовтарға, Миңзил Вәлиевҡа ихлас рәхмәт белдерәләр.

Осрашыу сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн матур байрам булды, ауыл халҡына онотолмаҫ ял минуттары бүләк итте.


Читайте нас: