Беҙ килгән көндө «Флоэма-Агро» йәмғиәтенен 165 гектарлы баҫыуында өс комбайн ужым бойҙайын тураға һуҡтыра ине. Баҫыу ситендә Фәних Ғафаров һәм Ғаяз Фәттәхов йөрөткән «КамАЗ» автомобилдәре тора.
Бына бер үк ваҡытта ике комбайнда сигнал уттары йымылдай башланы. Тимәк, ете тонна һыйҙырышлы бункерҙың 75 проценты тулған. Уларҙың береһендә бөртөк бушатыу шнегы эш торошона килтерелде һәм комбайн, артынан килгән икенсе дала корабына тотҡарлыҡ яһамау өсөн, ситкә боролдо. Уның янына үҙбушатҡыс автомобиль килеп туҡтаны...
Хужалыҡта эштәр барышы тураһында агроном-хисапсы Филүс Хөснөриялов һөйләне: –Урып-йыйыу эштәре көндән-көн ҡыҙа. Ун мең гектарҙан артыҡ майҙандан бөртөклөләрҙе йыйып алаһы бар.
Уңыш һөйөндөрә – ужым бойҙайы гектарынан утыҙ центнерҙан артыҡ төшөм бирә. Дымлылыҡ ҙур түгел, 12,7 проценттан артмай. Шуға күрә тураға һуҡтырырға булдыҡ. Кисә баҫыуҙа туғыҙ
комбайн эшләне – алты мең центнерҙан артыҡ ашлыҡ йыйып алдыҡ. Комбайнсылар ҙа, шоферҙар ҙа маҡтауға лайыҡтар, – тине ул.
Комбайнсылар Алик Ғарифуллин, Рөстәм Йосопов һәм Рәмил Фәйзуллин менән ҡыҫҡа ғына әңгәмә ваҡытында уларҙың көндө-төнгә ялғап, яҡшы кәйеф менән эшләүҙәрен белдек. «Көндәр генә бозолоп китмәһен», – ти игенселәр.
Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында баҫыуҙа һигеҙ тонна һыу тултырылған цистерналы трактор дежур тора.
Хужалыҡта дүрт мең гектар майҙанда ужым культураларын сәсергә әҙерләнәләр.