САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Июль 2018, 17:13

Етерлек һәм сифатлы

Иҫке Ҡамышлы ауыл биләмәһендәге «Башагроген» хужалығында мал аҙығы әҙерләү яҡшы темпта дауам итә. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе был предприятиела 600 баш ат аҫрала.

– Сенаж һалыуҙы тамамлау менән бесәнгә төштөк. Эштәр тулы ҡеүәтенә бара. Үлән быйыл ҡалын. Мал аҙығы әҙерләү звеноһы 500 гектарҙа үләнде сапты, 400 гектарынан йыйып алды, – тип һөйләне хужалыҡ етәксеһе Риф Ғәлиев.

1200 тонна сенаж һалғандар. Мең тоннаға яҡын былтырғынан ҡалғаны бар. Был алда торған ҡышлатыу өсөн тулыһынса етә.120 гектарлы баҫыуҙа люцерна һәм кәзә үләнен сенаж өсөн МТС-тан килгән «МакДон» сапҡысы урған. «Полесье» комбайны теҙмәләрҙе йыйып ваҡлаған. Был һыуһыл аҙыҡты әҙерләүҙе бары алты көндә тамамлағандар. Йәшел массаны ташыуҙа механизаторҙар Илдус Низамов, Василий Макаров, Хәмит Ханнанов, Әлфир Ғафаров, Марсель Ғәниев, Марсель Әхмәтйәнов һәм «КамАЗ» йөрөтөүсе Иршат Сафин арыу-талыу белмәй эшләгәндәр. Марсель Емашев ҡеүәтле «Кировец» тракторында йәшел массаны тығыҙландырып торған.

Һикһән гектарлы баҫыуҙа пресс-йыйғыс менән агрегатланған өс трактор кипкән кәзә үләнен рулондарға төрөп йөрөй ине. Тәжрибәле игенселәр Марсель Ғәниев, Илдус Низамов һәм Марсель Әхмәтйәнов үҙ эштәрен яҡшы белә. Баҫыуҙа әҙер рулондар теҙелеп тора, уларҙы мал аҙығы ихатаһына ташыйһы бар.

Риф Рәис улы тракторсыларҙың хәл-әхүәлен һорашҡандан һуң күршеләге баҫыуға юл тоттоҡ. Хужалыҡ етәксеһе, машинанан төшөп, теҙмәләрҙең елләү дәрәжәһен тикшереп ҡараны. Уларҙы дымлыраҡ тип тапты һәм теҙмә әйләндергес тырмаларҙы эшкә ҡушырға булды.

Өсөнсө баҫыуҙа әҙер бесән төргәктәрен тейәп оҙаталар инде. Әлфир Ғафаров тейәгесте бик оҫта файҙалана. «КамАЗ» йөрөтөүсе Иршат Сафин бер юлы утыҙ рулонды алып китә. Йөк машинаһын тултырып ебәргәс, Әлфир бесән төргәктәрен үҙенең трактор арбаһына тейәй. Был эштә уға Радим Ғиззәтуллин ярҙамлаша.

Риф Ғәлиев механизаторҙар менән эште нисек һөҙөмтәлерәк башҡарыу тураһында һөйләште, тейәгестең һәнәктәрен киңәйтеү кәрәклеген билдәләне.

Хужалыҡта кәмендә 300 рулон сифатлы бесән әҙерләргә ниәтләйҙәр. Бесән сабыуҙа эшләгән механизаторҙарҙың шәхси хужалыҡтары ла тупаҫ аҙыҡ менән тәьмин ителәсәк.

Баҫыу эштәрендә ҡатнашыусылар өсөн ике тапҡыр ҡайнар туҡланыу ойошторолған. Был эш менән инде биш йыл шөғөлләнеүсе Илгизә Вәлиева уларҙы тәмле ризыҡтар менән һыйлай.


Читайте нас: