САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Июль 2018, 17:00

Бәхетле яҙмыш йәшәгән

Рәсмәкәй ауылы биләмәһенең матур тәбиғәтле Ҡупай ауылында донъяға килгән Хәнифә Хәмәтшина күптән түгел 95 йәшен билдәләне. Район үҙәгендә йәшәүсе улында ҡунаҡта саҡта яҡындары уның хөрмәтенә ҙур байрам табыны ойошторҙолар. Оло байрамы көнөндә Хәнифә әбейгә Рәсәй Президенты В.Путиндан һәм район хакимиәте башлығы Р.Нурғәлиевтан Ҡотлау хаттары тапшырылды.

1923 йылда Мәғрифә һәм Баһауетдин Ямалиевтар ғаиләһендә донъяға килгән Хәнифәгә яҙмыш һынауҙарын бик иртә күрһәтә башлай: күп тә үтмәй, әсәһе вафат була. Ғаилә башлығы икенсегә үҙенең дә балалары булған ҡатынға өйләнә. Шунан алып ғаилә күп балалыға әйләнә. Уртаҡ балалары барлыҡҡа килгәс, улар араһында туғанлыҡ хистәре тағы ла нығый төшә.

–Үгәй әсә менән тәрбиәләнһәм дә, уның хаҡында бер насар һүҙ ҙә әйтә алмайым. Үҙ балаһы кеүек яратты. Ә һынауҙарын етерлек күрҙем, улар тураһында иҫкә лә төшөргөм килмәй, – ти юбиляр.

Һынауҙар араһында ил менән күтәргәндәре лә, яңғыҙы кисергәндәре лә бар. Дәһшәтле һуғыш осоронда тылдағы ауыр шарттар тиһеңме, унан һуңғы йылдарҙағы колхоздағы фиҙаҡәр хеҙмәт булһынмы... Әммә ил менән күтәргәнде йәш ҡыҙ ҙа үткәреп ебәрә ала. Иң өлкәне булараҡ, уға һуғыш ваҡытында кесе туғандарын күтәрешергә, ата-әсәһен алыштырырға тура килә. Шул дәүер-

ҙән алып яуаплылыҡҡа, яҡындарының ихтыяждарын үҙенекенән дә өҫтөн күреп, уларҙы хәстәрләп йәшәргә өйрәнә.

Егерме өс йәше тулғас, уны фронттан яраланып ҡайтҡан Хәмәтвәли Хәмәтшин кейәүгә һората...

(Дауамын гәҙитебеҙҙең биттәренән уҡығыҙ).
Читайте нас: