САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Июнь 2018, 11:29

Күңелле ял итәләр

Йәй – иң күңелле осор. Ул, һис шикһеҙ, күңелле үтәргә тейеш тә. Күтәренке, шат кәйеф тыуҙырыу – балалар менән эшләүҙең төп шарттары.

Гимназияның «Урман батшалығы» лагеры хеҙмәткәрҙәре лә отрядтарҙағы эште ойоштороу барышында нәҡ шуларға таяна.

Лагерь начальнигы Сергей Мельников, өлкән тәрбиәсе Резеда Ғәниева, яуаплы һәм татыу педагогтар коллективы балалар ялының һәр көнө онотолмаҫ һәм сағыу үтһен өсөн бөтәһен да эшләй.

Йәмле йәй иртәһендә лагерҙы асыу тантанаһына ете-ун бер йәштәге 150-нән артыҡ малай һәм ҡыҙ йыйылды. Линейкала һәр отрядтың девизы һәм речевкаһы, йыры яңғыраны. Тәбиғәт тә уҡыусыларҙың кәйефен ҡеүәтләгән төҫлө, ҡояшлы һәм йылы торҙо, ә балалар рәхәтләнеп саф һауала уйнаны. Рәсми өлөштән һуң лагерсылар мәктәптең тамаша залына йүнәлде. Бында талантлы уҡыусылар үҙ һөнәрҙәрен, ижади номерҙарын күрһәтте: шиғырҙар һөйләне, йәй тураһында йырҙар башҡарҙы, бейене, танып белеү уйындарында ҡатнашты. Тамашасылар һәр отряд сығышын алҡыштар менән ҡеүәтләп, йылы ҡабул итте.

Егерме бер көн буйына балаларҙы ҡыҙыҡлы поход-экскурсиялар, викторина, фәһемле саралар, хәрәкәтле уйындар көтә. Тәмле иртәнге аштан һуң дөй лагерь саралары, спорт эстафеталары, музыка сәғәттәре үтә. Төштән һуң отряд эштәре менән шөғөлләнәләр, киләсәк конкурстар өсөн сығыштарҙы ҡабатлайҙар. «Урман батшалығы» кешеләре фильм, мультфильмдар ҡарарға, район китапханаһына, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында булырға яраталар. Тиҙҙән бассейнға барыу ҙа ойоштороласаҡ.

– Бында беҙгә бик ныҡ оҡшай. Дуҫтарыбыҙ менән йырлайбыҙ, уйнайбыҙ һәм күңелле ял итәбеҙ. Викторина һәм конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, уларҙа еңгән өсөн татлы бүләктәр алабыҙ, – тиҙәр лагерға йөрөүсе Сәйҙә Шакирова һәм Сабина Ғайнанова.

Көндөҙгө ял үҙәктәре бик популяр. Сөнки бында балалар дуҫтары менән аралашыуҙы дауам итә, буш ваҡыттарын файҙа менән үткәрә. Ә ата-әсәләр тәжрибәле педагогтар янында булған балаларының белем туплап, ижади үҫешеүенә һөйөнә. Йәйге «Урман батшалығында» үткән һәр көн уҡыусылар күңелендә матур тәъҫораттар, файҙалы эштәр

һәм онотолмаҫ ваҡиға булып һаҡланыр тип ышанабыҙ.
Читайте нас: