САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Июнь 2018, 12:32

Ике тырыш йәрәшһә – бәхет барыр йәнәшә

Ғаилә – йәмғиәттең иң кескәй һәм шул уҡ ваҡытта иң кәрәкле бер күҙәнәге.

Уның төп бурысы – йәшлектә пар итеп һайлаған йәрҙе, һөйөүҙе аҙаҡҡаса һаҡлап, тәрбиәле, туған илен яратҡан улдар-ҡыҙҙар тәрбиәләү. Татыу ғаилә – бәхетле ғаилә, ти ололар. Хаҡ һүҙҙәр. Бары бер-береңде хөрмәтләү, бер-береңдең ҡәҙерен белеү генә уны татыу һәм бөтөн итә. Әлеге яҙмам ошо ябай ҡағиҙәләрҙе тормош девизы итеп, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмайынса, бер уйлы, бер маҡсатлы булып, Һеңрән ауылында бергә матур ғүмер кисереүсе Гөлнур һәм Фәнил Биктимеровтар тураһында.

Улар бер ауылда, бер шишмәнең һыуын эсеп үҫәләр. Фәнил Нәфисә менән Тимершәйех Биктимеровтар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Апайҙарының иң яратҡан ҡустыһы була. Ҡызғанысҡа ҡаршы, биш йәшлек сағында атаһы мәрхүм була. Ул М.Горький ис. колхозда балта оҫтаһы булып көс һала. Әсәһе Һеңрән һөтсөлөк фермаһында һыйыр һауа. Фәнил дә бәләкәйҙән тырыш булып үҫә. Әсәһенә ярҙам итер өсөн уҡыуҙан һуң уның менән фермаға бара. Ул ваҡытта бар хеҙмәт ҡул көсө менән

башҡарыла торған була. Ул әсәһенең эшен нисек тә еңеләйтергә, булышырға тырыша. Тормош һин тигәнсә генә бармай, шатлыҡтарҙан ғына тормай шул. Үҫмер сағында,15 йәшендә уның иң ҡәҙерле кешеһе – әсәһе мәрхүмә була. Фәнилде Ульяновск ҡалаһында йәшәүсе апайҙары Нәсимә менән Зәлифә алып китә. Ул унда һөнәри училищела уҡый һәм электр-газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәренә эйә була. 18 йәше тулғас, армия сафтарына алынып, Германияла хеҙмәт итә. Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, иҫән-имин тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Кинйә малай булараҡ, ул үҙ-үҙенә нисек

тә ата-әсә нигеҙен тарҡатмаҫҡа һүҙ бирә һәм ауылда төпләнә.

Гөлнур күптәргә тырышлыҡтары һәм татыулыҡтары менән үрнәк булған Рүзилә һәм Кифарис Тайчиндарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуа. Бәләкәйҙән үк хеҙмәт тәмен белеп, ата-әсәһенә йорт эштәрендә булышып, ике һеңлеһенә терәк булып үҫә. Һеңрән төп

мәктәбенән һуң, Өфө педагогия училищеһында уҡыуын дауам итә. Уны уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алған йәш белгес Туймазы ҡалаһындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булараҡ хеҙмәт юлын башлай. Ул ваҡытта Фәнил менән осрашып йөрөгән була Гөлнур. Ике йәш йөрәк, алыҫ арала һирәк күрешһәләр ҙә, бер-береһенә булған мөхәбәттәрен һүндермәй. 1994 йылда бер-береһен ихтирам итергә, ғүмерлеккә бергә

булырға вәғәҙә бирешеп, сәстәрен сәскә бәйләй. Ғаиләне йәмләп, бер-бер артлы ҡыҙҙары Илгизә, Илзидә һәм улдары Фаяз донъяға килә.

Биктимеровтар – бар яҡтан да уңғандар. Фәнил 1992 йылдан алып М.Горький ис. кооперативта терлексе булып эшләй, хужалыҡ аттарын ҡарай. Үҙ хеҙмәтен яратып башҡарғанға, етәкселәр тарафынан маҡталып, бүләкләнеп тора. Гөлнур – Һеңрән балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай, ауылда, районда уҙған төрлө сараларҙа уңышлы сығыш яһай, оҙаҡ йылдар Һеңрән ауылындағы һайлау участогы рәйесе вазифаһын алып бара.

Әйе, татыу булһаң, тормош матур, йәшәү – күңелле. Берҙәм булыу – үҙе ҙур бәхет. Күркәм пар ихата тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрай, баҡсаларында еләк-емеш үҫтерә, йорттарының тирә-яғы аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән.

Атай-әсәйҙәренә оҡшап, балалары ла уңған, булдыҡлы. Оло ҡыҙҙары Илгизә, сәләмәтлеге сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Өфөләге беренсе медицина колледжында белем алды. Уҙған йылда ул ҡулына ҡыҙыл диплом алып, хеҙмәт юлын район үҙәк дауаханаһында массаж буйынса шәфҡәт туташы булып башланы. Уртансылары Илзидә Ҡаҙыр урта мәктәбенең 11 класын тамамлай, уҡыуҙа алдынғы булған өсөн муниципаль район хакимиәте стипендияһын ала. Кесе улдары Фаяз ҙа (6 класта) һынатмай, яҡшы уҡый һәм һәр сарала актив ҡатнаша.
Читайте нас: