Һабантуй – халыҡтарҙы берләштерә, дуҫтарҙы, ауылдаштарҙы осраштыра торған милли байрамыбыҙ.
Этәй, Теләпән, Буралы халҡы әлеге күркәм сараға ҙур әзерлек менән килде. Ауылдарҙан Һабантуйға бүләктәр биҙәлгән аттар менән йыр-моң аҫтында йыйылды. Шулай уҡ Этәй ауылы янындағы һабантуй майҙаны ҡоролмалары яңыртылды.
Байрам иртәһе ҡойма ямғыр менән башланһа, көндөҙгә ҡояш нурҙары ҡара болоттарҙы таратып, бар ауыл халҡы Һабантуй майҙанына ағылды.
Этәй ауыл Советы ауыл биләмәһе һәм Р.Шамратов, Д.Хәсәнов, А.Рамазанов крәҫтиән-фермер хуҗалыҡтары ярҙамы менән ойошторолған байрам милли колоритта уҙҙы. Этәйҙәрҙе ҡотларға тип район үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Зөлфиә Әхмәҙуллина килгәйне. Шулай уҡ ҡотлау һүҙҙәре менән ауыл биләмәһе башлығы Айрат Баһауов, урындағы ветерандар советы рәйесе Рәфил Ғилемйәнов, ауыл старостаһы Өлфәт Хаҡов сығыш ясаны.
Рәсми өлөш тамамлангандан һуң, майҙанда төрлө уйындар, спорт ярыштары башланды. Милли көрәш – һабантуйҙың сағыу биҙәге. Көрәштә Хәлил Сафиуллин батыр булһа, йәш үҫмерҙәр араһында Айнур Ғилманов еңеү яуланы. Оҙонлоҡҡа һикереүҙә, ҡапсыҡ кейеп
йүгереүҙә, көйәнтә менән һыу ташыуҙа, ҡул көрәштереүҙә, ауыш һәм тура бағанаға менеүҙә һ.б. олоһо ла кесеһе лә – ир- егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар актив ҡатнашты. Байрамға йыйылғандарға “Ҡаруан» төркөмө, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Рөстәм Шаһбалов, курайсы-гармунсы Айҙар Ғәниев, үзешсән сәнғәт оҫталары
Илшат Абдуллин, Илдар Ғарифуллин, Сәриә Сәрүәрова, Ландыш һәм Альбина Кәбировалар йыр-моңдарын бүләк итте.