XX быуаттың иң танылған шәфҡәт туташы Вирджиния Хендерсон «Шәфҡәт туташы – аяҡһыҙҙың аяғы, һуҡырҙың күҙе, баланың таянысы, йәш әсә өсөн белем һәм ышаныс сығанағы, көсһөҙ йәки үҙ-үҙенә бикләнгән кешенең теле», – тип әйткән.
Был һүҙҙәргә һөнәрҙең аҫылы һалынған. Шәфҡәт туташы сабыр ҙа, тотанаҡлы ла, яуаплы
ла, бөхтә лә, һиҙгер ҙә, иғибарлы ла, намыҫлы ла булырға тейештер, моғайын. Район үҙәк
дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләүсе Эльвира Мортаҙина әлеге сифаттарҙың барыһына ла эйә.
Бала сағынан ук шәфҡәт туташы булырға хыяллана ул. Әсәһе Фәниә апай (мәрхүмә) һәм атаһы Рәзиф ағай Бакировтар ғаиләһендә хеҙмәт һөйөргә, кешеләргә шәфҡәтле булырға кәрәклеген
тойоп үҫә. Рсай урта мәктәбенән һуң хыялына хыянат итмәй – Бөрө медицина училищеһына
юл тота. Уны уңышлы тамамлай һәм дипломлы йәш белгес тыуған яғында – район үҙәк дауаханаһының гинекология бүлексәһендә хеҙмәт юлын башлай.
Унда 5 йыл эшләгәс, хирургия бүлексәһенә күсерелә. 2011 йылдан поликлиникала бәй һалыу
кабинетында шәфҡәт туташы булып эшләй.
Шәфҡәт туташы һөнәре айырыуса ҙур иғтибар, бирелеп эшләүҙе талап итә, сөнки аҡ халатлылар
– кеше сәләмәтлеге, кеше ғүмере өсөн яуаплылар. Һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер Эльвира Рәзиф ҡыҙы ауырыуҙарҙы күҙ ҡарашынан аңлап, үҙенең кәңәштәрен биреп, Гиппократ антына тоғро ҡалып хеҙмәт итә. Бөгөнгө көндә уның исеме күптәргә таныш. Сәләмәтлек һағында уяу
тороусы эшһөйәр медицина хеҙмәткәрен хөрмәт итәләр, изге күңелле, иғтибарлы, һиҙгер йөрәк-
ле булғаны өсөн район халҡы рәхмәтле уға.
“Йәштән үк яҙмышымды медицина менән бәйләргә хыялландым. Аллага шөкөр, теләгем ысынбарлыҡта тормошҡа ашты, хеҙмәтемде яратып башҡарам. Бер пациенттың да үтенесен кире ҡаҡҡаным юҡ, сөнки ауырыуҙарға ҡулымдан килгән ярҙамды күрһәтергә бурыслымын.
Һөнәрем шундай»,– ти ул.
Шәхси тормошо менән дә бәхетле:ғаиләһендә – һөйөклө ҡатын, ҡәҙерле әсәй, яратҡан өләсәй.
Ғүмерлек пары – Яңы Аташ егете Денис менән ике ҡыҙ – Гүзәл менән Миләүшәне тәрбиәләп, оло
юлға сығарҙылар. Улар һәр береһе үҙ парын табып, матур итеп ғүмер кисерә.
Мортазиндар йорто төҙөклөгө, матурлығы менән әллә ҡайҙан балҡып, уңған, тырыш хужалар йә-
шәгәнен күрһәтеп тора.
Баҡсаларында күҙ яуын алырлыҡ төрлө төҫтәге сәскәләр үҫтерә. Хеҙмәтен ихлас күңелдән башҡарыуы ауырыуҙарға булған йылы мөнәсәбәтендә, һәр эште теүәл һәм ваҡытында үтәүендә
сағылып, халҡының, хезмәттәштәренең ихтирамын яулаған Эльвира Мортазина һәр көнөнә
һөйөнөп йәшәй. Эйе, тормоштоң матурлығы ла нәҡ шунда: хеҙмәтең менән хөрмәтле, халыҡ
араһында абруйлы, ғаиләңдә һөйөклө, балаларың өсөн тыныс булыу ҙалыр.