САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Май 2018, 16:35

Хеҙмәтен яратып башҡара

«Илеш» кооперативы иң мөһим, яуаплы кампанияларҙы үҙенең һыналған, тырыш, намыҫлы

механизаторҙарының ярҙамына таянып башҡара һәм яҡшы нәтижәләргә ирешә.

Алмаз Назаровты үҙ һөнәренең оҫтаһы, тырыш хеҙмәткәр булараҡ беләләр. Ул тракторын һәр ваҡыт төҙөк йөрөтә, ватылыуҙарға юл ҡуймай. Иң кәрәге – ҡушҡан һәр бер эште теүәл башҡара, уға яуаплы ҡарай.

Алдынғылыҡты бирмәүсе ауыл уңғаны йылдың һәр көнөндә эштә. Ҡышын Илеш һөтсөлөк фермаһында тиреҫ сығара, малдарға аҙыҡ индерә, яҙҙан башлап баҫыу эштәрендә актив ҡатнаша. Ағымдағы йылда ла беренселәрҙән булып үҙе хеҙмәтләндергән «Беларус-826» тракторын

ремонтлаған һәм дым ҡаплатыуҙа, ер тырматыуҙа, яңы уңышҡа нигеҙ һалыуҙа өлгөрлөк күрһәтә.

А.Назаровты тыйнаҡ, эшсән, сабыр булғаны өсөн хеҙмәттәштәре лә ауылдаштары ла хөрмәт итә,

ә етәкселек, ҙур ышаныс күрһәтеп, яуаплы эштәргә тәғәйенләй.


ИЛЕШ РАЙОНЫ
Читайте нас: