САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Май 2018, 16:19

Гәзит янына – бүләк

Инде хәбәр итеүебеҙсә, ағымдағы йылдың икенсе яртыһына район гәзитенә яҙылыусылар араһында «Аҙна һайын бүләк» акцияһы б а р а . Б ы л а ҙ н а н ы өс әбүнәсебеҙгә сәй сервизы бүләк иттек.
Гәзитебеҙҙе күп йылдар дауамында алдырыусылар
– Ш ә р и п т ә н Р ә ш и т Миңнеғәлин, Урта Аҡбашауылынан Флүрә Ибәкова һәм Мәмәктән Рифхан Сайранов бүләк өсөн рәхмәт белдерҙеләр һәм район гәзите хеҙмәткәрҙәренә
ижади уңыштар теләнеләр.
–Өс айҙан миңә 90 йәш тула. Хәҙер миңә ғаилә йылылығы һәм тыныслыҡтан башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй.
Күберәк хәрәкәтләнергә тырышам, беҙҙең быуын эшкә күнеккән бит. Район гәзите яҡын кешем кеүек. Уны уҡып, ауылдаштарымдың уңыштарына һөйөнәм, т а н ы ш - б е л е ш т ә р ҙ е ң
юбилей, тыуған көндәре тураһында беләм. Гәзит а л м а у с ы к е ш е л ә р г ә аптырайым мин. «Яңы көн» гәзите аҙнаға биш килһә лә риза булыр инем әле.
Ауыл эшсәндәре тураһында күберәк яҙығыҙ, – тине Рәшит ағай.
Киләһе аҙнала тағын бер нисә кешене бүләктәр көтә.
Район гәзитенә яҙылырға ашығығыҙ, бәлки еңеүселәр араһында һеҙҙең дә исем булыр.
КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ

Читайте нас: