САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Апрель 2018, 13:57

Тырышһаң, нәтижә көттөрмәй

Йылдағыса, «Илеш МТС» йәмғиәтендә мал ҡышлатыу уңышлы үтә һәм продукция етештереү йылдыңйылына арта бара.

Әлеге ваҡытта йәмғиәт уңғандары көндәлек 43,86 центнер һөт һауа. Бында һәр участокта эш үҙ

юғарылығында ойошторолған. Теләкәй һөтсөлөк фермаһына инеү менән тәртип күҙгә ташлана. Тораҡтар — таҙа, йылы, ҡоро, иң мөһиме, продукция етештереү өсөн тейешле шарттар бар. Һауын һыйырҙарына бесән, һалам, сенаж, силос, ҡатнаш аҙыҡ, патока, түп бергә ҡушылып, «Хозяин» агрегаты менән һалына. Әлеге эш механизатор Олег Никоновҡа ышанып тапшырылған. Әйтергә кәрәк, ҡатнаш аҙыҡ, шулай уҡ рапстан түп йәмғиәттең үҙендә эшләнә.

Фермала хеҙмәттәрен яратып башҡарыусы биш һыйыр һауыусы — Әлфисә Фәррәхова, Гөлнәзирә

Нәбиева, Рзидә Сәлимова, Ләйсән Әмирйәнова, Раушания Ғәзизова көс һала.

Әйтергә кәрәк, көтөүлекте яңартыу маҡсатында 65 тана бәйләнеп, шуларҙың 35е быҙаулаған һәм улар

айырым төркөмгә йыйылған. Таналар төркөмөн уңған һауынсы Әлфисә Фәррәхова хеҙмәтләндерә. Ул

бөгөнгө көндә һәр һыйырҙан 20 кг һөт һауып алыуға ирешә.

Малсылар, нигеҙҙә, тәжрибәле. Шуға күрә дуҫ, үҙ-ара аңлашып эшләйҙәр. Рәсим Ғайсинды, Нәжих Миңнеәхмәтовты, Азат Мирзаяновты, Нурулла Сабировты маҡтап телгә алырға мөмкин. Хеҙмәтен күңел йылыһын биреп башҡарыусы, «БРҙың атҡаҙанған хеҙмәткәре» исемен ғорур йөртөүсе Мәрүия Минһажева быҙауҙар ҡарай. Уның төркөмөндә – 37 баш йәш үрсем.

Һөттөң сифатын контрольдә тотоу маҡсатында уҙған йыл алынған «Соматос» анализаторы ҡулланыла.

Уны хисапсы-лаборант Фина Сабирова үҙ ваҡытында тикшереп тора.

Хеҙмәт хаҡына килгәндә, йәмғиәт етәкселеге уны үҙ ваҡытында түләй, өҙөклөктәргә юл ҡуйылмай.

Өҫтәүенә, йыл һайын һәр эшсегә премия рәүешендә бушҡа быҙау бирелә. Шуға күрә малсылыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәре эшкә сәмләнеп йөрөй, көн тәртибе лә теүәл үтәлә.

Ғөмүмән, продукция етеш тереү өсөн тейешле шарттар булдырылып, тырыш хеҙмәткәрҙәр тир түккәндә, тармаҡ, әлбиттә, үҫеш алыуын дауам итәр. Киләсәктә лә йәмғиәт уңгандары һынатмаҫ, һәр эште үҙ бейеклегендә ойошторор, тип ышанаһы килә.
ИЛЕШ РАЙОНЫ
Читайте нас: