САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Апрель 2018, 16:17

Теле барҙың – иле бар

Ҡалтай урта мәктәбендә «Теле барҙың – иле бар» тип исемләнгән шиғыр уҡыусылар бәйгеһе үтте.

Муниципаль район Советы депутаты Ринат Ҡәйүмов ойошторған шиғриәт байрамында етенән 17 йәшкәсә 36 малай һәм ҡыҙ ҡатнашты.

Конкурсты ойоштороусыларҙы һәм жюри ағзаларын балалар араһында шиғырҙарҙы тасуири уҡыусы

нәфис һүҙ оҫталарының күп булыуы әсир итте.

Сығыштар кесе йәштәгеләрҙән башланды. Улар татар һәм башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын сәнғәтле уҡыны. Өлкән синыф уҡыусылары сығыштарында проза әҫәрҙәренән өҙөктәр ҙә яңғыраны.

Жюри ағзалары – Бөтә донъя татарҙар конгрессының Башҡортостандағы вәкиле Алик Лоҡманов,

«Ҡыҙыл таң» гәзите хәбәрсеһе, «Юлдаш» радиоһында тапшырыуҙар алып барыусы Резеда Вәлитова, йәш шағир Руслан Сөләймәнов, район мәғариф бүлеге методисы Лилиә Әхтәмова, район китапханаһы хеҙмәткәре Илүсә Әсмәндиәрова, шағирә Фәнисә Фәхретдинова, Ринат Ҡәйүмов һәм Шәрип ауыл Советы депутаты Дамир Ғилманов һәр сығышты ихлас бирелеп тыңланылар.

Шиғыр бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләк тапшырылды. Гүзәл Шафина һәм Айҙар Шафиндың сығыштары айырым маҡтауға лайыҡ булды. Артур Вәлиев конкурстың еңеүсеһе тип табылды. Уларға аҡсалата премия тапшырылды.

Уҡыусылар һәм балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр тарафынан әҙерләнгән концерт шулай уҡ бик

матур булды.

Байрам Ғабдулла Туҡай шиғырына яҙылған «Туған тел» йырын башҡарыу һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү

менән тамамланды.
(КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ)
Читайте нас: