САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Апрель 2018, 14:15

Һәр сара – онотолмаҫлыҡ хәтирә

Ҡаҙыр урта мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары уҡыу менән кластан тыш сараларҙы тығыҙ

бәйләнештә алып бара.

Әйтергә кәрәк, күптән түгел белем усағында башланғыс кластар аҙналығы ойошторолдо. Ул мауыҡтырғыс үтеп, төрлө ҡыҙыҡлы сараларға бай булды.

Һәр көн берәй фәнгә бағышланып, төрлө ярыш, марафон, күргәҙмә, осрашыуҙар ҡыҙҙарҙың, малайҙар-

ҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы.

Айырыуса сана байрамында балалар үҙҙәренең көстәрен, фантазияларын һалып ҡатнашты.

Шулай уҡ оло быуын вәкилдәренә хөрмәт, ихтирам тәрбиәләү маҡсатынан кескәйҙәр ауылыбыҙҙың иң

хөрмәтле оло йәштәге тыл ветераны менән осрашыу ойошторҙо. Мөфәкирә апай Ғабдрәхимова балаларға үҙенең тормош юлы, һуғыш йылдарының ауырлығы тураһында һөйләп, уларға үҙенең изге теләктәрен еткерҙе.

Әлеге күркәм сараларҙы ойоштороусы, балаларға төпле белем биреүсе башланғыс класс уҡытыусылары Гөлзифа Шәйхелисламоваға һәм Зөһрә Шәмсиеваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, эштәрендә

уңыштар теләйбеҙ.
(ИЛЕШ РАЙОНЫ)
Читайте нас: