САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Март 2018, 13:43

Сибәрҙәр, тапҡырҙар, зирәктәр

КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ

Балалар спорт мәктәбендә «Ҡатын-ҡыҙ логикаһы» тигән уйын үткәрелде. Унда «Әтәскәй», Шишмәкәй», «Ҡояшҡай» балалар баҡсалары, 1-се урта мәктәп, гимназия, ауыл хужалығы колледжы, «Мидель» матурлыҡ салоны һәм мәғариф бүлеге командалары ҡатнашты. Һөйкөмлө заттар оҫталыҡ, тапҡырлыҡ, өлгөрлөк һәм зирәклектә ярышты.

Барлыҡ конкурстарға йомғаҡ яһағандан һуң«Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы командаһының иң күп балл йыйыуы а с ы ҡ л а н д ы . « Ш и ш м әкәй» вәкилдәре – икенсе, «Әтәскәй»ҙәр өсөнсө урындарҙы алды.

Уйында ҡатнашыусы ларҙың барыһына ла район хакимиәтенән ҡиммәтле бүләк һәм сараны ойошто-

роусыларҙан сәскәләр тапшырылды. Төрлө номинацияларҙа еңеүселәр бағыусыларҙың махсус бүләк-

тәренә лайыҡ булды.

Конкурстарҙы ойоштороу һәм үткәреүҙә «Азатлыҡ» волонтерҙар клубы ҙур ярҙам күрһәтте. «Шишмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәселәре сығыштары һәм Камила Сирбаеваның йырҙары йәм өҫтөнә йәм булды.

Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт секторы байрамда ҡатнашыусыларға һәм бағыусыларға, шулай уҡ сарала ҡатнашыу өсөн командалар ебәргән ойошма һәм предприятие етәкселәренә ихлас рәхмәт юллай.
Читайте нас: