САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Март 2018, 14:04

«Орленок» күңелемдә һаҡлана

КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ

Һәр йылды балаларға Краснодар өлкәһе Туапсе районының «Орленок» лагерында бушлай ял итеү

өсөн беҙҙең районға ла квота бүленә.

Ул йәштәр сәйәсәте секторы үткәргән сараларҙа иң актив ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү өсөн һоҡланғыс мөмкинлек.

Быйыл беҙҙең районға бер юллама бүленгән. Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте секторы һәм «Йәштәш» үҙәге хеҙмәткәрҙәре йыйылышы ҡарары менән уны миңә бирҙеләр.

«Орленок»та булған көндәрем онотолмаҫ әкиәт кеүек күңелемдә һаҡлана. Уның һәр көнө айырым

йәшәлгән тормош кеүек, ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле.

Лагерь тураһында бик күп яҙырға һәм һөйләргә була. Ләкин унда алған хис-тойғоларҙы, кисерештәрҙе бер ҡасан да аңлатып бөтөрөп булмаҫ, моғайын.

Һәр йәш кешенең был ғәжәйеп донъяға эләгеү мөмкинлеге бар.

Уның өсөн райондың йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашырға, ирешелгәндәрҙә туҡтап ҡалмаҫҡа, яңы ҡаҙаныштарға ынтылырға кәрәк.
Читайте нас: