САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Март 2018, 16:59

Һеҙ булғанға – беҙ бәхетле

Йәшәйештең

тәрән мәғәнәһе лә,

Ысын һөйөү ҙә,

Оло һауап та –

«Әсәһе!» — тип

әйткән изге һүҙгә:

«Әү, атаһы!» — тигән

яуапта.

Аллага шөкөр, тыуған йортобоҙға ҡайтҡас әсәй менән атайҙың бер-береһенә йылы теп өндәшкәндәрен ишетеп һөйөнәмен. Ошо көндәрҙә улар — Фәнзилә һәм Ғиҙетдин Хисамиевтар үзҙәренең 55 йыл бергә
татыу ғүмер кисереүҙәрен – зөбәржәт туйҙарын билдәләне. Бәхетле ҡартлыҡ бына ошолай булалыр ул. Ҡай саҡта уларға күз тейҙерергә ҡурҡҡандай һоҡланып ҡарап торам да, тормош иптәшемә: «Гөлназым,
беҙ ҙә, Аллаһы бойорһа, әсәй-атай кеүек матур булып, тигеҙ ҡартайһаҡ ярар ине», – тимен.
Атай Һеңрән ауылында ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Бала сағы һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Олатайыбыҙ Әхиәретдин Хисамиев һ у ғ ы ш т ы ң б а ш ы н а н аҙағына тиклем фронтта б у л а , ә б а л а л а р ҙ ы өләсәйем Бибимәликә тәрбиәләй. Ул йылдарҙағы
б а р м и х н ә т т ә р ҙ е, ауырлыҡтарҙы күреп, кесе йәштән үк хеҙмәт ҡәҙерен белеп, сынығып үҫә, мәктәптә 7 класс белем ала. Үҫә төшкәс, Ватан алдындағы изге бу р ы с ы н ү т ә ү ө с ө н армия сафтарына алына. Украинала 3 йыл хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына иҫән-имен әйләнеп ҡайта.
Йәшлек дәрте ташып торған егет Баҡалыла механизаторҙар әҙерләү курсын тамамлай һәм
туған М.Горький ис. к о л х о з д а к о м б а й н штурвалы артына ултыра. Артабан технолог, бригадир, лайыҡлы ялға сыҡҡансы токарь булып эшләй. Ҡайҙа ғына һәм ниндәй һөнәрҙе башҡарһал а , ү ҙ е н я р ҙ а м с ы л , теүәл, сабыр, тырыш итеп күрһәтә. Өҫтәүенә, ауылдаштары ниндәй йомош менән мөрәжәғәт итһә лә, уларҙы үтәргә тырыша.
Әсәй өләсәйебеҙ Кәшифә һәм олатайыбыҙ Хәтмулланың ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға ауаз һала. Олатай ҙа фронт юлдарын үтеп, яраланып ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыныс тормошта оҙаҡ йәшәмәй: һуғышта алған яралары һөҙөмтәһендә мәрхүм була. «Мин атайҙың иң яратҡан ҡыҙы инем. Ул
ҡайҙа ғына барһа ла, мине үҙенән ҡалдырмай, эйәртеп йөрөнө», – тип һаман да һағынып иҫкә
ала әсәйебеҙ. Балаларҙы өләсәй яңғыҙы тәрбиәләп, оло тормош юлына сығара.
Әсәй ҙә бар ғүмерен ауыл хужалығы менән бәйләп, быҙау ҡараусы, һауынсы булып эшләй. Лайыҡлы
ялға сыҡҡансы ҡыр батырҙарына аш бешерә. Уның тәмле аштарын игенселәр һаман да һағынып иҫкә
ала. Ҡәҙерлеләрем 1963 йылдың мартында «икәү бергә – ғүмергә» тип һүҙ бирешеп, ғаилә ҡоралар.
Ошо ғүмер эсендә ни генә кисермәгән был ике йән?! 55 йыл йәшәү дәүерендә шатлыҡтары ла, ҡайғы-борсолоуҙары ла уртаҡ булған уларҙың. Бер-бер артлы уларҙы һөйөндөрөп, 3 ул – Ғазинур, Азат (мин), Нияз һәм ике ҡыҙ – Зәлифә менән Гөлсәсәк донъяға килгәнбеҙ. Бишебеҙгә лә яҡшы тәрбиә биреп, хеҙмәткә өйрәтеп, белем а л ы р ғ а я р ҙ а м итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәҙерле ағайыбыҙ Ғазинур, һөйөклө апайыбыҙ Зәлифә һәм ейәндәре Розалиндың фажиғәле рәүештә вафат булыуҙары уларҙың йөрәктәренә ныҡ тәрән яра һалды. Шуға ҡарамаҫтан, улар һынманы, һығылманы.
Әйтергә кәрәк, ауылда тормош көтөү еңелдәрҙән түгел. Яҡын кешеләрем бер ҡасан да зарланыуҙы
белмәне, һәр эштән тәм табып, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр.
Ҡәҙерлеләрем бергәләп быйма баҫып, беҙҙе лә уны эшләү серҙәренә төшөндөрә ине. Улар баҫҡан быймаларҙы тирә-яҡта әле лә булһа һағынып иҫкә алалар һәм рәхмәт әйтәләр. Атайыбыҙ ҡаҙ оялары, кәрзиндәр үрә, балта оҫтаһы булараҡ, арба-сана, төрлө механикалаштырылған ҡоролмалар яһай. Ул әсәйҙе: «минең дизайнерым» ти шаяртып, сөнки улар һәр эште икеһе уйлап, кәңәшләшеп башҡара.
Ҡасан ғына ҡайтып инһәк тә, йортобоҙҙа әсәйҙең тәмле аш еҫтәре аңҡып тора. Йәй көндәрендә
баҡсалары урап сыҡҡыһыҙ — гөл-сәскәгә күмелеп ултыра. «Аллаға шөкөр, ейән-ейәнсәрҙәр генә
түгел, бүләләр һөйөргә лә насип итте Хоҙай,» – ти улар шатланып.
Туғандарым Нияз менән Гөлсәсәк — Сургут ҡалаһында, мин Үрге Йәркәйҙә ғаиләләребеҙ менән йәшәйбеҙ. Татыулыҡ, тыйнаҡлыҡ, намыҫлылыҡ, кешелеклелек, ярҙамсыллыҡ, берҙәмлек, ололарҙы ололау, кеселәрҙе ихтирам итеү, тирәяҡтағыларға, ғаиләңә хөрмәт күрһәтеү, барлыҡ эштәрҙе бергәләп башҡарыу, ял итеү — былар бар ҙа әсәй-атайҙан бирелгән тәрбиә.
Ҡәҙерлеләребеҙ! Һеҙҙе барлыҡ балаларығыҙ исеменән зөбәржәт туйығыҙ менән ҡотлайым. Сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ, киләсәктә лә тигеҙ ғүмер кисереүегеҙҙе теләп, меңмең рәхмәттәребеҙҙе
еткерәбеҙ һәм алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Иҫән генә булығыҙ Һеҙ – атайым, әсәйем!

Барлыҡ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре исеменән улдары

Азат Хисамиев, Үрге Йәркәй.

Читайте нас: