САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Февраль 2018, 13:48

Ә мин тауыш бирәсәкмен!

КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ

«Ғүмереңде иҫәпләү өсөн үҙеңдең һәр бер айырым һайлауыңды бергә ҡушырға кәрәк».

Альберт Камус.
Кеше һәр көндө күп тапҡыр һайлау алдында ҡала: аҡ күлдәк кейергәме, әллә зәңгәренме, тупаҫлыҡ күрһәткән һатыусыға яуап бирергәме, әллә өндәшмәй ҡалырғамы? Былар – ябай нәмәләр. Уларҙы һәр

кем уйлап та тормай тиерлек, кәйефенә бәйле хәл итә. Тормош иптәше һайларға, эш йәки йәшәү

урынын алыштырырға кәрәк булғанда — хәл бөтөнләй башҡаса. Кеше икеләнә, билдәһеҙлек

һәм яңылышыуҙан ҡурҡа. Беҙҙең бөгөнгө тормошобоҙ – ул ҡасандыр үткәндә яһаған хәл иткес аҙымыбыҙ һөҙөмтәһе. Әгәр бөгөн насар тормош хәлендә ҡалғанбыҙ икән, быға тик үҙебеҙ генә ғәйепле. Тимәк, ниндәйҙер юл һайлағанда яңылышҡанбыҙ. Бәхетле булыуыбыҙ ҙа үҙебеҙҙән генә тора. Бөгөн бай, сәләмәтбеҙ икән – тимәк, ҡасандыр шулай булырға теләгәнбеҙ һәм маҡсатыбыҙға ирешергә ынтылғанбыҙ. Быйыл сикһеҙ ҙур илебеҙ халҡы алдында яуаплы бурыс – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау бурысы тора. Һайлау хоҡуғы – кеше хоҡуҡтарының иң әһәмиәтлеләренән. Кеше

хоҡуҡтары декларацияһының 21 маддәһендә: «Һәр кеше үҙ иле менән идара итеүҙә туранан-

тура йәки ирекле һайланған вәкилдәре аша ҡатнашырға хоҡуҡлы», – тип яҙылған.

Һайлаусы һайлау участогына килеп, үҙ ихтыярын белдерергә тейеш. Ҡатнашырға теләмәү – шулай уҡ һайлау ул. Ләкин был осраҡта сәйәси ҡарарҙы һин түгел, ә һайлау участогына килеп тауыш биреүселәр хәл итәсәк.

Һәр һайлаусының властың бар дәрәжәһендә ҡатнашыуы бик мөһим. Беҙҙең тормошобоҙ, ябай граждандарҙың тормошо күп яҡтан шуға бәйле. Сөнки барлыҡ демократик дәүләттәрҙә тормош закондар менән көйләнелеүсе хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә нигеҙләнә. Тауыш биреү – үҙ тормошоңдо, ауылыңды, илеңде әҙ генә булһа ла яҡшыраҡ итеү өсөн һирәк мөмкинлек. Ҡайһы берәүҙәр бюллетенде урнаға һалыуҙан ғына бер ни ҙә үҙгәрмәйәсәк, барыһы ла хәл ителгән инде, тип иҫәпләй. Ундайҙарҙан:

«Ә һеҙ хәлде үҙгәртеү өсөн ни ҙә булһа эшләп ҡаранығыҙмы? Мөмкинлек булыуға ҡарамаҫтан,

унан файҙаланманығыҙ. Быға кем ғәйепле?»– тип һорайһы килә.

Һайлаусылар тауыш биреүҙә мөмкин ҡәҙәр күберәк ҡатнашҡан һайын халыҡ ихтыяры тулыраҡ

белдереләсәк. Был һәр кемгә аңлайышлы. Төрлө яҡтан тауыш биреүҙә ҡатнашмаҫҡа

өндәүҙәр ишетелә. Ҡайһы берәүҙәр хатта бының менән ғорурлана ла. Халыҡ араһында: «Нисек

тауыш биреү мөһим түгел, тауыштарҙы нисек һанауҙары мөһим», – тигән фекер йәшәй. Ләкин

күптәр был фекерҙен яңылышлығын, хәҙерге шарттарҙа уларҙы ҡулланыу мөмкин түгеллеген

аңлап бөтөрмәйҙәр. Тауыш биреүҙә ҡатнашмаҫҡа саҡырыусыларҙан уларҙың тормошто нисек яҡшыртыуға теләүҙәре тураһында һораһаҡ, яуап биреүсе табылмаясаҡ. Улар фекеренсә, нимәлер көтөп ятырға кәрәк. Нимә көтөргә, күпме көтөргә – уныһын әйтә алмайҙар.

Һайлау – дәүләт институтының нигеҙе. Һәр гражданин тауыш бирергә бурыслы. Кеше һайлауҙа ҡатнашмай икән, тимәк, ул үҙен гражданин тип иҫәпләмәй. Тимәк, власть та уны һанға һуҡмаясаҡ. Илебеҙҙәге хәлде беҙ үҙебеҙ генә үҙгәртә алабыҙ. Мөғжизә көтөү урынһыҙ.

Үҙегеҙҙе аҡларға тырышмағыҙ. Һайлауға барығыҙ һәм тауыш бирегеҙ. Был халыҡтың власҡа тәъҫир итеүенә берҙән-бер мөмкинлеге.
Читайте нас: