САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Февраль 2018, 13:32

Кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ысын мәктәбе

ИЛЕШ РАЙОНЫ

Ғаилә ҡороу – кеше яҙмышындағы иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Әйтергә кәрәк, бер-береһенә тартылған йәндәр сабыр, тырыш, берҙәм булып ғүмер юлын бергә үткәндә генә уны ел-дауылдарҙан һаҡлап ҡалырға мөмкин. Өҫтәүенә, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй бер-береңде хөрмәт итеп, яратып йәшәһәң, балалар һөйөү шатлығына ирешһәң — иң бәхетле ғаилә булырһың. Әйтергә кәрәк, хөкүмәтебеҙ тарафынан ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға ныҡлы иғтибар бирелеп, ағымдағы йылды Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Ғаилә йылы тип иғлан итте. Был уңайҙан район

мәҙәниәт һарайында тантаналы сара үтеп, Ғаилә йылына старт бирелде.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, кисәгә йыйылған халыҡты ихлас тәбрикләп:

—Ағымдағы йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителеүендә тәрән мәғәнә ята, сөнки бар изге башланғысҡа

нигеҙ ғаиләлә һалына. Һуңғы йылдарҙа республикала ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡарата иғтибарҙы арттырыу маҡсатында төрлө дәүләт программалары булдырылды. Улар районда уңышлы тормошҡа ашырыла.

Тыуған илебеҙ өсөн терәк булырлыҡ, уңған ғаиләләр күберәк булһын һәм уларҙың нигеҙе ныҡ булһын, — тине. Сарала сәхнәгә беренсе булып алтын, гәүһәр туйҙарын билдәләүсе Рима һәм Валерий Коровкиндар, Нәсимә һәм Индус Шаһиевтар саҡырылды. Күркәм парҙарға Йәркәй ауыл Советы

ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Әхмәҙиев изге теләктәрен юллап, Республика Башлығының ҡотлау

хаттарын һәм бүләктәр тапшырҙы. Артабан Рсай ауылында йәшәүсе күп балалы ғаилә Ләйсән һәм

Марат Ғимаҙовтар, Үрге Йәркәйҙән ағымдағы йылда беренсе сабыйҙарын ҡулдарына алған йәш ғаилә Алина менән Никита Камалетдиновтар сәхнә түренән урын алды. Уларҙы Юстиция эштәре буйынса БР Дәүләт комитетының ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Хәбирова, район үҙәк дауаханаһы табибы,

акушер-гинекологы Диана Әминева ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы.

Хеҙмәттә ҙур уңыштарға ирешкән педагогтар династияһы — Ҡаҙырҙан Дәүләтовтар, Яңы Айыуҙан Муллаәхмәтовтар, табиптар династияһы — Үрге Йәркәйҙән Ғабделхаҡовтар ҙа сәхнәгә саҡырылып, тәбрикләнде.

Талантлы, йырҙы-моңдо үҙ итеүсе Нурғәлиевтар (Баҙы-тамаҡ), Миңнеғоловтар, Фаҙыловтар, Хәсәновтар, Хафизовтар (Үрге Йәркәй), Ғиҙҙәтуллиндар (Ябалаҡ), Миңнекәевтар (Исәмәт), «Шәжәрә байрамы – 2017» республика байрамы, «Ғаилә – минең ҡәлғәм» конкурсы дипломанттары Әхмәтйәновтар (Шәммәт), «Матур ғаилә – ил ҡото» тип исемләнгән төбәкара форумы дипломанттары

Муллаәхмәтовтар ғаиләләре сығышы кисәгә тағы ла йәм өҫтәне. Шулай уҡ «Веснушки» бейеү ансамбленың (етәксеһе Г.Ғабдикәева), 6-сы балалар баҡсаһында (Р.Мөхәммәтйәнова)

тәрбиәләнеүселәрҙең дәртле бейеүҙәре, Азалия Хәкимованың (Л.Ғабдуллина), Ангелина Данилованың (Л.Тажиева), Лилиә Ғилмуллинаның, Илһөйәр Әһәҙуллинаның, Вилнур Хәсәновтың һ.б. моңло йырҙары көслө алҡыштарға күмелде.
Читайте нас: