САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Февраль 2018, 13:41

«Хыялыбыҙ ысынға ашты» - ти йәш ғаилә

ИЛЕШ РАЙОНЫ

Уҙған йылда Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов йәш ғаиләләргә беренсе бала өсөн 300 мең һумға ҡәҙәр дәүләт ярҙамы бирелеүе тураһындағы Указға ҡул ҡуйган ине.

Республика бюджетынан бүленгән был аҡса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотола. Районыбыҙҙа әлеге сертификатҡа беренселәрдән булып, Һеңрәндә йәшәүсе Алия менән Руслан Ҡадировтар эйә булды.

Йәш ғаилә был аҡсаға ата-әсәләр ярҙамы менән Үрге Йәркәйҙән бер бүлмәле фатир алыуға иреште.

Руслан Рәүилә Шәкүр ҡыҙы һәм Илшат Әлтәф улының эшһөйәр ғаиләһендә тәрбиәләнеп үҫә. Һеңрән мәктәбенән һуң, Башҡорт аграртехнология колледжында белем алыуын дауам итә. Уҡыуын тамам-

лағас Ватан алдындағы бурысын үтәп, Воронеж өлкәһендә хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, Үрге Йәркәйҙәге «Форпост+» йәмғиәтенә слесарь булып эшкә урынлаша. Алия Теләпәндә Земфира һәм Рәсимҗан

Сәлимовтарҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Ул 8 айлыҡ булғанда, атаһы үлеп китә. Кескәй балалар менән ятим ҡалған Земфира уларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн көнө-төнө эшләй. Артабан

яҙмышын Земфира Илгиз Ғосман улы менән бәйләй. 2011 йылда улар Һеңрән ауылына күсенеп ҡайта.

Әлиә менән Руслан ауылда танышып, бер аҙ осрашып йөрөгәс, ғаилә усағы ҡабыҙа. Уларҙың мөхәббәт емештәре ҡыҙҙары Ралина тыуа. Әле сабыйҙарына 1 йәштә 1 ай. «Үҙ ҡыуышыңды булдырыу һәр ғаиләнең теләге. Аллаға шөкөр, беҙҙең хыялыбыҙ тормошҡа ашты, хәҙер инде үҙ фатирыбыҙ бар. Бының өсөн Республика Башлығына, муниципаль район хакимиәтенә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - тип һөйөнөстәре менән уртаҡлаша Ҡадировтар.
Читайте нас: