САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Февраль 2018, 17:02

Яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген ололап

Саҡмағош районы


Бынан биш йыл элек, февралдең тәүг е иртәләренең береһендә, районыбыҙ ғына түгел,

туғ а н д а ш Б а ш ҡ о р т о с т а н һәм Татарстандың мәҙәни донъяһы оло юғалтыу кисерҙе: күренекле шағир, ялҡынлы ҡәләмле журналист, булдыҡлы етәксе, актив йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, ихлас аралашыусан, ябай, кешелекле кеше Марис Назиф улы Нәзиров ауыр сир менә көрәшеп, яҡты донъянан мәңгелеккә күсте.

Яҡты донъяла изге ғәмәлдәре менән тәрән эҙ ҡалдыра алған оло шәхестәр тураһындағы яҡты хәтер тиҫтәләгән йылдар үткәс тә һаҡлана әле. Районыбыҙҙа күп ҡырлы талант эйәһен иҫкә алыу мәртәбәле

сара итеп ойошторолдо. Ул 8 йылға яҡын етәкселек итеп, заманча реконструкция үткәреп, республикала өлгөлө матбуғат үҙәгенә әүерелдергән, талантлы хеҙмәткәрҙәр коллективын туплап, яңы эш алымдарын ҡыйыу индергән, үҙ-үҙен иҡтисади аҡлай ала торған Саҡмағош мәғлүмәт үҙәге бинаһында уның иҫтәлегенә таҡтаташ асыуҙан башланды берсә моңһоу, берсә шатлыҡлы был тантана. Был уңайҙан йыйылған район йәмәғәтселеге, мәрхүмдең хеҙмәттәштәре, туғандары, республиканың кү-

ренекле шәхестәре алдында иң тәүҙә муниципаль район хакимиәте башлығы Реканс Фәнис улы Ямалеев сығыш яһаны.Бөтә донъя татар конгресы башҡарма комитеты ағзаһы, уның республика-быҙҙағы тармағын етәкләүсе күренекле шәхес, композитор һәм йәмәғәт эшмәкәре Алик Лоҡманов, кү-

ренекле яҡташыбыҙҙың бер туған ағаһы Марсель Нәзировтың сығышы тулҡындандырғыс булды.

Таҡтаташ өҫтөндәге япманы район хакимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев менән композитор А.Х.Лоҡманов аҫты. Тиҫтәләгән кеше әҙип иҫтәлеген хөрмәтләп баш эйҙе, сәскәләр һалды.

Артабан тантана Балалар ижад үҙәгенең тамаша залында дауам итте. Район имам-мөхтәсибе

Ғәлим хәзрәт Шакиров мәрхүм рухына багышлап Ҡоръән аятьтәрен уҡып ишеттерде, Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Илһөйәр Шәймөхәмәтова, Луиза Ишморатова, Денис Мансуров, Балалар сәнғәт мәктәбе

уҡытыусыһы Эльза Сәйетгәрәева аһәңле итеп М.Нәзировтың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, төрлө дәрәжәләге конкурстар лауреаттары, моң эйәләре Эльвир Халиков, Гөлназ Сәлимова, йырсы-композитор Илдар Хәмиҙуллин, сәхнә оҫтаһы Маргарита Кәримова шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы яңғыратты, сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүсе балалар татар бейеүен башҡарҙы.

Әҙиптең тормошо һәм мәҙәниәтебеҙҙә тотҡан урыны тураһында күренекле яҙыусы һәм ғалим, Марис Назиф улының оҫтаҙы һәм дуҫы Рәиф Әмиров, шағирә һәм полиграфия белгесе, яҡташыбыҙ Динә Мырҙаҡаева хәтирәләрен уртаҡлаштылар Динә ханым районыбыҙҙа “Сәхибъямал” ойошмаһын етәкләүсе Луиза Ишморатоваға был хәрәкәттең республикалағы идараһының Маҡтау грамотаһыһәм Рәхмәт хатын да тапшырҙы. Күренекле журналист, телевизион тапшырыуҙар алып барыусы Халисә Мөхәмәҙиева да күңелендәге хистәрен залдағыларға еткереп, шағир тураһындағы тапшырыуҙар видеотаҫмаһын мәҙәни фондҡа бүләк итте.

Муниципаль район хакимиәтенең кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Светлана Шакирова үҙ сығышында шағирҙың кешелеклелек сифаттарын телгә алып, район ғорурлығы булған бындай шәхестәр бер ваҡытта ла онотолмаясаҡ, тип белдерҙе. Алик Лоҡ-

манов тантана героеның тормош һәм ижад юлын байҡаған слайд-шоу төҙөп алып килгән, ҙалдағылар уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Сценарийын үҙе төҙөп, күңелдәрҙе тибрәтерлек итеп кисәне алып барған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илһөйәр Шәймөхәммәтова ла ғаиләләре менән аралашып, күршеләр булып йәшәгән Марис Нәзиров һәм уның йәмәғәте Фәүҙә Ғасакирова

тураһында йылы һүҙҙәр еткереп, сараны йомғаҡлагас, күмәкләп фотоға төшөү, шағирҙың ҡәберенә барып сәскәләр һалыу ойошторолдо. Артабан кисә район хужалыҡтары, шәхси эшҡуарҙарҙың иғәнә ярҙамы менән ойошторолған аш-һыу табыны артында аралашыу булараҡ дауам итте.
Читайте нас: