САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ғинуар 2018, 11:46

Тормошо үрнәк алырлыҡ

КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ

Шәрип ауыл биләмәһенең Субай ауылында ғүмер итеүсе Нажиә Миңнеғәлиева оло байрамын – туҡһан йәшен билдәләне. Уны юбилейы менән ҡотларға район хакимиәте вәкилдәре, урындағы ауыл биләмәһе башлығы, туғандары һәм яҡындары йыйылды.

Нажиә Яңы Ҡормаш ауылында ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә. Дүртенсе синыфты тамамлағандан һуң, йәштәштәре кеүек үк, өлкәндәр менән бер сафта колхозда эшләй.

— Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, беҙҙекеләр фашистар Германияһын ҡыҫҡа вакыт эсендә еңәсәк тип уйланыҡ. Ир- егеттәр фронтҡа китте, ауылда ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ғына ҡалды. Минең Партизан ҡушаматлы атым бар ине. Унын менән икәүләп иң ауыр йылдарҙы кисерҙек, башта колхозда, һуңынан район үҙәгендәге ярма комбинатында эшләнек, – тип һөйләне әнгәмәләшем.

Бер аҙ һунғараҡ фронттан контузия алып ҡайтҡан Ғәйнислам Миңнеғәлиев менән таныша. 1944 йылдың 9 майында йәштәр туй яһайҙар һәм Субайҙа төпләнәләр.

–Ғәйнислам һалым агенты һәм “Үрнәк” колхозында бухгалтер булып эшләне, гел яҡшылар иҫәбендә ине. Мин дә тик ултырманым. Эшемдән алты тапҡыр туҡтап торорға тура килде, унда ла бала тапҡанда ғына. Ҡыҙғаныс, ирем иртә үлеп китте. 1970 йылда мин тол ҡалдым, шунан бирле уны һағынып йәшәйем. Һис ҡасан яман һүҙ өндәшмәҫ, бик яҡшы күңелле ине, балаларҙы яратты. Ирем мәрхүм булғанда балалар әле бәләкәйҙәр ине, шуға ла аҡса етмәне, бер юлы бер нисә ерҙә эшләргә тура килде. Йәйге көндәрҙә кибеттәге сменанан һуң колхоз баҫыуына сыҡтым. Көндө төнгә ялғап, яңғыҙ эшләнем, сөнки яны йорт төҙөргә кәрәк ине. Уны һалыуҙа колхоз ярҙам итте, – тип ул йылдарҙы иҫкә алды.

Нажиә әбей, ғорурланып, үҙ көсө менән күтәрелгән хужалыҡты күрһәтте. Хәҙер мал тотмай инде, тик йәйен генә ихатаһын ҡошҡорт биҙәй.

Бөгөн бәхетле ҡартәҫәй ете ейән һәм туғыҙ бүләһе хәстәрлеген тойоп йәшәй.

Һуңғы алтмыш йылда ул Субай ауылының барлыҡ ваҡиғаларына шаһит. Ғүмере буйына шунда эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Уның менән өс быуын вәкилдәре – балалары, ейән һәм бүләләре хаҡлы ғорурланалар.

— Намыҫлы йәшәне, ғәҙел булырға тырышты. Әсәйебеҙ беҙгә таяныс ҡына түгел, иң элек тормош үрнәге булды. Уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, – тиҙәр улар.

Юбиляр бөгөн дә буш ултырмай: йөн шәлдәр, ойоҡбаштар бәйләй. Хатта боронғо аяҡ менән эшлә-телеүсе тегеү машинаһы ла хужабикәне әлегә ҡәҙәр тыңлай.

–Был ҡарсыҡҡа нисә йәш икәнен дә хәтерләмәйем инде (тегеү машинаһына күрһәтеп көлә ул). Тегеү – минең яратҡан шөғөлөм. Әммә уға гел етди ҡараным. Туҡһанынсы йылдарҙа, үҙгәртеп ҡороу осоронда, тулы ғаиләмә уның ярҙамында тегеп кейҙерҙем. Тик күптән түгел генә насар күрә башланым. Шуға күрә тегеүҙе бер аҙ ташларға тура килде. Дефицит ваҡытында ғаиләмде ҡотҡарҙы ул: үҙемдекеләргә тектем, ауылдаштарҙан да заказдар алдым. Әҙ булһа ла, аҡса бит. Ә хәҙер миңә туҡһан тулғанға үҙем дә ышанмайым. Аллаға шөкөр, әлегә һаулыҡҡа зарланмайым, пенсиям да етә, – ти Нажиә әбей.

Тормошо менән ҡәнәғәт йәшәгән юбилярға сәләмәт булып, тағы ла оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.
Читайте нас: