САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ғинуар 2018, 11:33

Матур йәшәү сере – берҙәмлек

Йылы ҡояш нурҙары һәм ләйсән ямғыр, йәйғорҙоң сағыулығы менән бергә ҡойон-дауылдар, ыжғыр бурандар ҙа һәр кеше яҙмышында осрамай ҡалмай.

ИЛЕШ РАЙОНЫ

Йылы ҡояш нурҙары һәм ләйсән ямғыр, йәйғорҙоң сағыулығы менән бергә ҡойон-дауылдар, ыжғыр бурандар ҙа һәр кеше яҙмышында осрамай ҡалмай.

Тышҡы ҡатмарлыҡтарға бирешмәй, ғаиләһен бөтөн, бәхетле, мөхәббәтле итеп ҡороу өсөн тырышҡандар күп арабыҙҙа. Үҙ көстәре менән донъя көткән, лайыҡлы балалар үҫтергән һоҡланғыс парҙар Илеш районында бихисап. Түбәнге Сереккүл ауылында ғүмер кисереүсе Елизавета һәм Илмир Кор-чагиндарҙың татыу ғаиләһе – ошондайҙарҙан.

Елизавета мәктәптә ваҡытта уҡ уҡытыусы булырға хыяллана һәм тырышып белем алып, теләген тормошҡа ашыра. Благовещен педагогия училищеһын уңышлы тамамлап, хеҙмәт юлын Буралы башланғыс белем биреү мәктәбендә башлай. Артабан ситтән тороп юғары уҡыу йортонда белемен камилләштерә. Үҙенә ҡарата талапсан булғас, уҡыусыларында ла эшкә ҡарата яуаплылыҡ тәрбиәләй. Шуға күрә уның уҡыусылары районда, республикала уҙған төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа актив ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Тәжрибәле педагог кол-лективта ла хәстәрлекле. Йылы һүҙе, ярҙамсыллығы менән һәр ҡайһыбыҙҙың күңелен яуланы. Ата-әсәләр, уҡыусылары араһында ла абруйлы, үҙен хөрмәт итәләр.

Елизавета Йәүҙәт ҡыҙы 2002 йылдың август айында Түбәнге Сереккүлдең уңған егете Илмир Рәүис улы менән ғаилә ҡора. Улар өс балаға — Лениза, Ренгил, Илнарға ғүмер бүләк ит-теләр, заманса күркәм йорт тергеҙеп сыҡтылар. Өйҙәре тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра, ихатаға кереү менән бар нәмәнең урынында тороуы, тәртип булыуы күҙгә ташлана. Ғөмүмән, бында уңған хужабикә йәшәгәне алыҫтан уҡ күренеп тора. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап тырыш, һәр ҡайһының үҙенә тәғәйенләнгән эше бар. Этәй урта мәктәбенең икенсе класында уҡыусы Илнар ҡош-ҡорттарҙы ашатһа, Ренгил — мал-тыуар ҡараша, ихатаны тәртиптә тота, Лениза әсәһенең иң ҙур ярҙамсыһы, йорт эштәрендә булыша. Әйтергә кәрәк, Корчагиндар яҙғы, йәйге, көҙгө баҡса мәшәҡәттәрендә күңелле итеп, бергәләп, үҙ-ара ярыш ойоштороп башҡаралар.

Балалар уҡыуҙа ла һынатмай, тырыштар. Мәктәптә үткән төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урын яулайҙар. Этәй урта мәктәбенең 8 класында уҡыусы Лениза уҙған йылда биология фәне буйынса район олимпиадаһында еңеү яуланы, өҫтәүенә иншалар яҙырға оҫта. Бишенсе һәм икенсе класс уҡыусылары Ренгил менән Илнар рәсем төшөрөргә ярата.

Ғаиләлә барлыҡ башлан-ғыстарҙы күтәреп алған, яратып, ҡәҙерләп торған терәк-таяныстарың булған- да бар ауырлыҡтарҙы ла үтеп сығырға мөмкин. Хатын-ҡыҙ бәхетенең сере – балаларыңа яҡшы атай, үҙеңә ышаныслы пар булырлыҡ кешене осратыу ҙа. Әммә бындай аҫыл ир-егет янында Елизавета кеүек аҡыллы, сабыр, изгелекле ҡатын булыуы ла шарттыр. «Бер-беребеҙҙе хөрмәт итәбеҙ, балаларҙы яратабыҙ, матур һүҙҙәрҙе, йылы хистәрҙе йәлләмәйбеҙ», — ти бөгөнгө тормоштары менән ҡәнәғәт булыуҙарын белдереп Корчагиндар.
Читайте нас: