САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ғинуар 2018, 11:53

Кешеләргә шатлыҡ өләшеүселәр

КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ

Хәҙерге донъяла телевидение мәғлүмәт тапшырыу, белем биреү, тәрбиә һәм күңел асыуҙың мөһим ҡоралы булып ҡала. Бөгөн телевизор ҡарамаған затты табып та булмайҙыр. Шуға ла уның кеше ҡарашын үҙгәртә алыуын инҡар итеү мөмкин түгел.

“Хәйерле көн, ҡәҙерле ауылдаштар”– Кушнаренко телевидениеһы директоры һәм үҙе үк диктор За-һит Камалетдинов 2010 йылдан алып нәҡ шулай тип яҡташтарын сәләмләй. Урындағы телевидение булғанға беҙ һәр ваҡыт район тормошо һәм ваҡиғаларынан хәбәрҙарбыҙ, туған яғыбыҙҙың төрлө миҙгелдәрҙәге матурлығын күрә алабыҙ. Үҙеңә таныш, яҡын кешеләрең, күршеләрең һәм дуҫтарың, юбилярҙар тураһында зәнгәр экрандарҙан ҡарауы ни ҡәҙәр күңелле!

Заһит Әхсән улы үҙ эшен яратҡан һәм бурыстарын сифатлы башҡарған ижади коллектив туплай алХәбәрсе Ирина Арыҫланова эфирға сығасаҡ тапшырыуҙар программаһы менән таныштырғанда ла яғымлы һәм моңло тауышы менән тамашасыны үҙенә йәлеп итә. “Йырым һиңә бүләгем” тапшырыуын алып барыусы Айгөл Вәлиева үҙенең наҙлы мөғәмәләһе, яҡшы дикция һәм ҡабатланмаҫ һөйләү оҫталығы менән таң ҡалдыра. Ә видео-оператор, монтажлаусылар Руслан Латипов, Павел Лиханцкий һәм видео-инженер Алина Мостафина кадр артында ҡалалар.

З.Камалетдинов үҙенең ғүмерлек эшенә ирешеү өсөн хәтһеҙ юл үтте. Уның хеҙмәт кенәгәһендә шаҡтай күп ижади эҙләнеү йылдары теркәлгән. Мәктәп йылдарынан уҡ төрлө саралар башланғысы менән яныпйәшәй ул. Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеү, башланғыс синыфтарҙа уҡытыу, өлкән пио-

нервожатый булып эшләү... Ун дүрт йыл район хакимиәтенең йәштәр бүлеген етәкләй, дүрт йыл мәҙәниәт бүлеге мөдире булып хеҙмәт һала. Ул – Кушнаренко татар халыҡ театры ветераны. 2017 йылда урындағы татар милли-мәҙәни автономияһы рәисе итеп һайлана. Нимәгә генә тотонһа ла, күңел биреп эшләгәс, барыһы ла килеп сыға.

Күп һанлы тамашасылар исеменән Кушнаренко телевидениеһына рәхмәт белдерәм. Ижади коллективтан ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле тапшырыуҙар, файҙалы һәм аҡыллы кәңәштәр, онотолмаҫлыҡ сюжеттар һәм яҡшы хәбәр-ҙәр көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас: