САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ғинуар 2018, 11:40

Һалһаң хеҙмәт, күрерһең хөрмәт

Илеш районында 10600 пенсионер йәшәй. Матур ғүмер кисерә улар: балалар үҫтереп, ғәзиздәрен оло юлға сығарыуҙарына һөйөнеп, ейәндәрен тәрбиәләүҙә булыша; мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай; йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә; йорттарын, ҡаралты-ҡураларын да ҡарап һәм төҙөк тота.

ИЛЕШ РАЙОНЫ

Илеш районында 10600 пенсионер йәшәй. Матур ғүмер кисерә улар: балалар үҫтереп, ғәзиздәрен оло юлға сығарыуҙарына һөйөнеп, ейәндәрен тәрбиәләүҙә булыша; мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай; йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә; йорттарын, ҡаралты-ҡураларын да ҡарап һәм төҙөк тота.

Ҡыҫҡаһы, булғанынан ҡәнәғәт әбей-бабайҙар, апай-ағайҙар. Ул ғына ла түгел, төрлө производство участоктарында намыҫ менән эшләп сыҡҡан өлкәндәр һаман актив тормош позицияһы алып бара – йәшәгән төбәкте төҙөкләндереү мәсьәләләрендә инициатор булып сығыш яһай, төрлө конкурс-фестивалдәрҙә, концерттарҙа, спорт ярыштарында актив ҡатнаша һәм муниципаль район хакимиәте сәйәсәтен халыҡҡа еткереүгә өлөш индерә. Быға ғәжәпләнәһе юҡ: ил, республика Хөкүмәттәре өлкән быуын тураһында ныҡлы хәстәрлек күрә. Улар мәнфәғәте хаҡына ҡабул ителгән закондар, прораммалар – шуға асыҡ миҫал.

Муниципаль район хакимиәте эшсәнлегендә лә төп сәйәсәттәрҙең береһе һәм иң мөһиме – әлеге категория хаҡында көндәлек даими ҡайғыртыусанлыҡ күрһәтеү. Хәйер, уны улар үҙҙәре лә һәр аҙымда тоя. Айырыуса шуға ныҡлы баҫым яһайһы килә: урындағы хакимиәттең үҙенсәлекле матур традицияһы бар, ул – йәмәғәт тормошо эсендә ҡайнаған өлкәндәргә матур ял ойоштороп, ғүмерҙәрен тағы ла тулыраҡ, күңеллерәк итеү. Шуға ярашлы, һуңғы ваҡыттарҙа ғына ла бер төркөм ветерандар Өфө, Ҡаҙан ҡалаларына, изге Болғарға, районыбыҙ ауылдары буйлап сәйәхәт ҡылып, йәшәүгә көс алып ҡайтты һәм әле лә үҙҙәренә күрһәтелгән иғтибар, ихтирам өсөн рәхмәт әйтеп йәшәй.

Яҡшы традиция дауам иттерелеп, күптән түгел Илештең төрлө ауылдары-нан ҡырҡтан артыҡ ветеран хакимиәт башлығы Илдар Иршат улы Мостафин инициативаһы менән һәм район ветерандар советы, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе ойоштороуында баш ҡалабыҙ Өфөлә сә-йәхәттә булып ҡайтты. Әйтергә кәрәк, ул онотолмаҫлыҡ тәэҫораттар ҡалдырҙы. Иң иҫтә ҡалғаны Еңеү паркында яҡташыбыҙ, осоусы-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ҡәберенә сәскәләр һалыу, Салауат Юлаев һәйкәлен ҡарау булғандыр, моғайын. Был минуттарҙа һәр кем Башҡортостандың батыр улдары менән ҙур ғорурлыҡ кисерҙе. Өлкәндәр шул хаҡта алдағы ваҡыттарҙа йәш быуын менән үткәреләсәк осрашыуҙарҙа иҫтәлектәре менән уртаҡлашыр һәм башлаған эштәрен дауам итеп, егеттәрҙе, ҡыҙҙарҙы патриотик рухта тәрбиәләүгә өлөштәрен индерер әле. Башҡала ҡунаҡтарының яратҡан урынына әйләнгән Лимонарийҙа, «Ләлә-Тюльпан» мәсетендә булыу, «Нур» йәштәр театрында «Еҙнәкәй» музыкаль комедияһын ҡарау, Өфө буйлап сәйәхәт, фотоларга төшөү һ.б. — улар барыһы ла күңелгә үҙенә генә хас рухи күтәренкелек өҫтәне. Иң мөһиме — әлеге сәйәхәт райондаштар менән үҙ-ара аралашыу, эшләгән йылдарҙы иҫкә төшөрөп, хәтирәләр менән уртаҡлашыу мөмкинлеген бирҙе. Районды социаль-иҡтисади үҫтереү, халыҡ тормошон яхшыртыу йүнәлешендә күп сығымдар талап иткән эштәр башҡарылған әлеге осорҙа мөмкинлек табып, ветерандарға күңелле ял ойошторғандары өсөн хакимиәт башлығы Илдар Мостафинға, ветерандар советы рәйесе Анатолий Романовҡа, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының урындағы бүлексәһенә, алыҫ юлды яҡын һәм уңайлы иткән автобус шоферҙарына сәйәхәткә барған һәр пенсионер исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдереп, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: