САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Декабрь 2017, 11:01

Яңа йыл килә

Яңы йыл килә быйыл да

Иң сағыу төҫө менән.

Яңы йылда яңы бәхет

Килһен, тип теләнелгән.

Тыныслыҡты күберәк теләйек,

Илгә иминлек теләйек.

Туғандар, яҡындар менән

Юҡҡа араларҙы өҙмәйек.

Миҙгелдәй үткән ғүмерҙең

Ҡәҙерен белеп йәшәйек.

Ауырлыҡта ярҙамлашайыҡ,

Бер-беребеҙгә кәңәш бирешәйек.

Дуҫ йәшәүгә етәме һуң?

Айырым йәшәү ғаҙаплы.

Күңел түрҙәре булһын гел

Дөрләп янған усаҡлы.

Йыйылһын йән һөйгән дуҫтар,

Шул усаҡ эргәһенә.

Уфтанмайынса йәшәйек

Йылдарҙың үтәһенә.

Алышынып торһын йылдар,

Һүтеп ғүмер йомғағын.

Ҙур өмөттәр бағлап йәшәйек

Килгән йылға ла тағын!


Читайте нас: