САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ноябрь 2017, 13:42

Бәхетле ханым

Илеш районы Ҡаҙыр ауыл Советы ауыл биләмәһе территорияһында маҡтауға лайыҡлы әсәләр бихисап.

ИЛЕШ РАЙОНЫ

Ҡаҙыр фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры З.Ғабдрахманова — шундайҙарҙың береһе. Әйтергә кәрәк, уның медицина өлкәһендә эшләүенә 35 йылға яҡын ғүмер уҙған. Яғымлы, сабыр һәм үҙ эшенең оҫтаһы булғаны өсөн уны ауылдаштары ла, коллегалары ла ихтирам итә.

Зәбирә Наил ҡыҙы Илеш районының Восток ауылында Наил һәм Венера Мөслөховтарҙың татыу ғаилә-һендә донъяға килә. Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Бөрө медицина училищеһына уҡырға инә. Студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә, ҡулына дип-лом алған белгес тыуған яғына эшкә ҡайта. Башта «Сельхозхимия» предприятиеһында, унан һуң район Эске эштәр бүлегендә фельдшер булып эшләй. 1985 йылда район Эске эштәр бүлегендә хеҙмәт һалыусы Ҡаҙыр ауылы егете Рәмзил Ғабдрахманов менән таныша. Күпмелер осрашып йөрөгәндән һуң улар ғаилә усағын ҡабыҙа һәм егеттең тыуған ауылына ҡайтып төпләнә. Аҡ халатлы фәрештә 1992 йылдан алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр Ҡаҙыр фельдшер-акушерлык пунктында хеҙмәт һала. Хәҙер инде ул медицина өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләп, ҙур тәжрибә туплаған белгес, ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Яңы тыуған сабыйҙарҙан алып өлкән йәштәге әбей-бабайҙарға ҡәҙәр барыһына профилактик дауалау саралары үткәрә. Ауырыуҙарға беренсе ярҙам күрһәтеү, төрлө процедуралар яһау, кәрәк саҡта ашығыс ярҙам күрһәтеү машинаһын саҡыртып Үрке Йәркәйҙәге рай-он үҙәк дауаханаһына оҙатыу, ауыл халҡын дарыуҙар менән тәьмин итеү – быларҙың барыһы ла уның көндәлек эше. Кеше сәләмәтлеге һағында уяу тороу-сы эшһөйәр медицина хеҙмәткәрен хөрмәт итәләр, изге күңелле, иғтибарлы, һиҙгер йөрәкле булғаны өсөн ауыл халҡы рәхмәтле уға.

— Тәүлек әйләнәһенә ниндәй генә үтенес, һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, — ти уның хаҡында ауылдаштары.

Зәбирә Наил ҡыҙы юғары категорияға эйә, намыҫлы хеҙмәте өсөн РФ Почет грамотаһы менән бүләк-

ләнә. Әйтергә кәрәк, З.Ғабдрахманова йәмәғәт тормошонда ла актив ҡатнаша.

“Үҙемде белгәндән бирле медицина һөнәренә ғашиҡ булдым. Аллаға шөкөр, теләгем ысынбарлыҡта тор-мошҡа ашты, хеҙмәтемде яратып башҡарам», — ти тәжрибәле фельдшер.

Бөгөн ул шәхси тормошо менән дә бәхетле. Ғаилә-һендә — һөйөклө ҡатын, ҡәҙерле әсәй, яратҡан өләсәй. Ғүмерлек пары Рәмзил Ғәйнелғилем улы менән өс бала тәрбиәләп, оло юлға сығарҙылар. Улар һәр береһе үҙ парын табып, матур итеп ата-әсәһе өлгөһөндә ғүмер кисерә.

Ғабдрахмановтар йорто төҙөклөгө, матурлығы менән әллә ҡайҙан балҡып тора. Уңған, тырыш хужалар йәшәгәне күренеп тора. Баҡсаларында күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө төҫтәге сәскәләр үҫтерә, ихата тултырып ҡош-ҡорт аҫырай.

Хеҙмәтен ихлас күңелдән башҡарыуы ауырыу-ҙарға булған йылы мөнә-сәбәтендә, һәр эште теүәл һәм ваҡытында үтәүендә сағылып, халыҡтың, коллегаларының ихтирамын яулаған Зәбирә Ғабдрахманова үҙен бәхетле һанай, һәр көнөнә һөйөнөп йәшәй.
Читайте нас: