-4 °С
Болотло
Өфө ҡалаһында тренер И. М. Попова иҫтәлегенә бағышланған нәфис гимнастика буйынса «Аҡҡош» хәйриә турниры үтте. Унда Өфө, Бөрө, Нефтекама ҡалаларынан төрлө йәштәге 300-ҙән артыҡ спортсы ҡатнашты.
Беҙҙең район данын тренер-уҡытыусы, СССРҙың спорт мастеры Любовь Шәрәфетдинова етәкселегендәге ҡыҙҙар яҡланы.
Йәш гимнасткаларыбыҙ һынатманы. Азалия Тимерғәлиева – алтын, Карина Рәжәпова, Илвина Исмәғилева һәм София Шәрәфетдинова көмөш миҙалдарға лайыҡ булдылар.
Тренер һәм команданы уңышлы сығыштары менән тәбрикләйбеҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.