САРМАНАЙ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Сентябрь 2022, 08:05

“Милләт кроссы”на ҡушылып

Саҡмағош районында был ял көндәре спорт сараларына айырыуса бай.

“Милләт кроссы”на ҡушылып
“Милләт кроссы”на ҡушылып

 17 сентябрҙә, районыбыҙ “Милләт кроссы-2022” Дөйөм Рәсәй йөгөрөү көненә әүҙем ҡушылды. Әлеге сара бөтә ауыл биләмәләрендә лә үтте. Район үҙәгендә йәшәүселәр был иң күмәк һәм киң күләмле йөгөрөү бәйгеһенә ҡушылыр өсөн Балалар-үсмерҙәр спорт мәктәбенә йыйылды. Саҡмағош ауыл биләмәһе хакимиәте спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойоштороп үткәргән спорт сараһында район үҙәге ойошма-учреждениелары вәкилдәре һәм Саҡмағош мәктәптәренең урта, юғары синыф уҡыусылары ҡатнашты. Спорт һөйөүсе, сәләмәт тормош рәүеше алып барыусы яҡташтар йәш категориялары буйынса бүленеп, күмәклек, берҙәмлек символы булған был ярыштарҙа үҙ көстәрен һынап ҡараны. Бәйге ахырында еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: