САРМАНАЙ
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Сентябрь 2022, 21:34

Халыҡ-ара эстафетаны безҙең район ҡабул итте

Бөгөн, 18 сентябрҙә, районыбыҙға “Гармония йүгереше” (“Бег Гармонии”) тип исемләнгән Халыҡ-ара факел эстафетаһының Иҙел буйы тармағында ҡатнашыусы йүгерешселәр командаһы килде.

Халыҡ-ара эстафетаны безҙең район ҡабул итте
Халыҡ-ара эстафетаны безҙең район ҡабул итте

Бакалы районы сигендә уларҙы беҙҙең район вәкилдәре ҡаршы алды. Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Светлана Фларис ҡыҙы Шакирова уларҙы һәм спортсыларҙы оҙата килеүсе күрше район вәкилдәрен сәләмләп, иң изге теләктәр еткерҙе. Артабан факелды ҡулдан-ҡулға тапшырып, эстафетаны йүгерешселәр менән бергә Рәжәп ауыл биләмәһенең ойошма-учреждениелары хеҙмәткәрҙәре дауам итте. Беҙҙең райондағы икенсе туҡталҡа Яңы Балтас ауылында булды. Команда йүгерешселәре бында үҙҙәрен көтөп тороусы яҡташтарҙы был проектта ҡатнашыу маҡсаттары менән таныштырып, уның тураһында һөйләгәнән һуң, эстафетаны яңыбалтастар ҡабул итеп алды һәм спортсыларға теләктәшлек йөҙөнән улар менән бер саҡрым араны факелды ҡулдан-ҡулға тапшырып үттеләр. Ике биләмәнең дә эстафетаға ҡушылып йүгереүсе вәкилдәренә әлеге проекттың сертификаттары тапшырылды. Артабан иһә факеллы эстафета район үҙәгендә дауам итте. Уға Саҡмағош ауыл биләмәүе хакимиәте һәм ойошма-предприятиелар, учреждениелар хеҙмәткәрҙәре ҡушылып, Яңы Балтас ауылы йүнәлешендәге боролманан Еңеү паркына ҡәҙәрге юлды факелды ҡулдан-ҡулға күсерә-күсерә йүгереп үттеләр. Бында спортсылар һәм уларға ҡушылыусы райондаштар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 10 меңдән артыҡ яҡташыбыҙ иҫтәлеген мәңгеләштергән стеладағы мәңгелек утҡа сәскәләр һалып, уларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән искә алдылар. Тантанана ахырында эстафетаның Иҙел буйы тармағы координаторҙары муниципаль район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеевҡа, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Светлана Фларис ҡыҙы Шакироваға, муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре, физкультура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Илдар Фәһим улы Ғәлләмовҡа һәм Саҡмағош ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фаил Әхнәф улы Ишморатовҡа ойоштороу комитетының Рәхмәт хаттарын, факеллы йүгерешкә ҡушылған райондаштарға эстафетада ҡатнашыусылар сертификаттарын тапшырҙы.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: