Улар кескәй тәрбиәләнеүселәрҙә халыҡ традицияларын белеү, өйрәнеү һәм уларҙы һаҡлап ҡалыу ынтылышын тәрбиәләү, милли костюм элементтары исемдәрен өйрәтеү һәм истәрендә ҡалдырыу маҡсаты менән ойошторолдо.
Был көнгә әҙерлек барышында тәрбиәселәр “Халыҡ тарихынан” тематик папкаларын һәм “Милли кейемдәге ҡурсаҡтар” күргәҙмәһен булдырҙылар. Уларҙы күрһәтеп, педагогтар балаларҙы башҡорт, сыуаш, татар һәм рус халыҡтарының ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар костюмдары үҙенсәлектәре, кейем элементтары нағыштарының билдәләнеше тураһында һөйләнеләр.
Урта һәм олораҡ йәштәге балалар ҡатнашлығында «Башҡортостан халыҡтарының кейемдәре һәм нағыштары», «Минең кейемем» тип исемләнгән аң-белемде арттырусы занятиелар һәм презентациялар үтте. Улар барышында малайҙар һәм ҡыҙҙар төбәктә йәшәүсе милләттәр вәкилдәренең костюмдары үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәт үҙләштерҙеләр.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Йомаш ауылы балалар баҡсаһының “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһе.
#учусьвнациональномкостюме,#милликейемдәуҡыйбыҙ,#Милликейемкөнө2022,#ДеньНациональногоКостюма2022