САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Сентябрь 2022, 11:45

Ҡатын-ҡыҙ күрке – ҡалпаҡ

Халҡыбыҙ борон-борондан кейемгә ҙур иғтибар биргән. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар бик матур һәм йыйнаҡ итеп кейенергә яратҡан. Был бөгөнгө көндә лә шулай.

Ҡатын-ҡыҙ күрке – ҡалпаҡ
Ҡатын-ҡыҙ күрке – ҡалпаҡ

Түшелдерек-селтәрҙәр, ҡалпаҡ-ҡашмауҙар, беләҙектәр ҡатын-ҡыҙҙарға тағы ла гүзәллек өҫтәп, йөҙҙәренә нур бөркөп торған.
9 сентябрҙә билдәләнәсәк Милли костюм көнө уңайынан Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең 7-се а класы уҡыусыларының туған башҡорт телен өйрәнеүсе төркөм ҡыҙҙары, уҡытыусылары Рәмзилә Рауил ҡыҙы Исламғәлиева етәкселегендә, үҙ ҡулдары менән ошондай матурлыҡты булдырҙы. Улар оҫталыҡ дәресендә милли кейемдәр һәм уларҙың элементтары менән танышты. Һуңынан үҙҙәре лә, сәмләнеп, сағыу ҡалпаҡтар яһай башланы. Уҡытыусы ҡыҙҙарға материалды һаҡсыл ҡулланырға, оҫта һәм ыспай итеп эшләргә өйрәтте.
Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне, күҙҙен яуын алырлыҡ ҡалпаҡтар әҙер ҙә булды. Ҡыҙҙар, башҡарған эштәренән ҡәнәғәт булып, уларҙы алдағы байрам-кисәләрҙә ҡулланыуҙарын белдереп, күтәренке кәйеф менән таралыштылар.
“Дуҫтар, халҡыбыҙ йолаларын тергеҙәйек, милли кейем элементтарын бөгөнгө сәхнә түренә мендерәйек!” – тип өндәй уҡыусыларҙы һәм бөтә яҡташтарҙы Рәмзилә Рауил ҡыҙы.

Автор:Беҙҙең хәбәрсе
Читайте нас: