САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Сентябрь 2022, 11:45

Золомға ҡаршы – бергәләп

3 сентябрҙә илебеҙҙә Террорсылыҡҡа ҡаршы көрәштә берҙәмлек көне билдәләнде.

Золомға ҡаршы – бергәләп
Золомға ҡаршы – бергәләп

Был көндә Рәсәй халҡы Беслан мәктәбендә, Дубровкалағы театраль үҙәктә, Буденновск, Первомайск ҡалаларында, Мәскәүҙәге, Буйнаҡ һәм Волгодонск ҡалаларындағы йорттар шартлауында һәм башҡа террорсылыҡ акттарында һәләҡ булған меңләгән ватандаштарҙың яҡты иҫтәлеген хөрмәт менән хәтерләне.
Әлеге дата дәүләт һәм йәмғиәттең ошо ҡурҡыныс күренешкә ҡаршы көрәштә берҙәмлеген символлаштыра. Был көнгә арнап беҙҙең Саҡмағош районы мәктәптәрендә, китапханаларҙа күп кеше ҡатнашлығында төрлө саралар үтте. Йәштәр үҙәге волонтерҙары урам акцияһы ойошторҙо. Ветерандар клубында шахмат һәм шашка буйынса муниципаль район беренселеге үткәрелде.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: