САРМАНАЙ
+7 °С
Облачно
Спорт
4 Августа 2022, 11:10

Яңы еңеүҙәр теләйбеҙ

Октябрьск ҡалаһында ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында шоссела велосипедта уҙышыу буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге һәм СССР спорт мастерҙары Петр Бобков һәм Харис Сәхипов иҫтәлегенә бағышланған ҡала беренселеге үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы еңеүҙәр теләйбеҙЯңы еңеүҙәр теләйбеҙ
Яңы еңеүҙәр теләйбеҙ

 

Унда Өфө, Октябрьск, Ишембай, Белорет ҡалалары, Кушнаренко, Благовар, Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары спортсылары ҡатнашты.

Кушнаренколылар лайыҡлы сығыш яһаны. Тимур Ғәзизов һәм Карина Шәрәфетдинова алтын миҙал яуланылар. Тимур Хәкимов көмөш миҙал алды. Лера Хәкимова һәм Глеб Кожевников бронза миҙал менән бүләкләнде.

Команда һәм тренерҙы матур һөҙөмтә менән ҡотлайбыҙ һәм яңы енеүҙәр теләйбеҙ.

 

Автор:Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас