САРМАНАЙ
+7 °С
Облачно
Спорт
13 Мая 2022, 10:55

Мауыҡтырғыс уйың

Уҡыусыларҙын район спартакиадаһы иҫәбенә егеттәр араһында өҫтәл теннисы буйынса турнир үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мауыҡтырғыс уйыңМауыҡтырғыс уйың
Мауыҡтырғыс уйың

 Был мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы уйында барыһы ла яҡшы уйын, оҫталыҡ һәм еңеүгә ынтылыш күрһәтте.

Беренсе өҫтәлдә Ҡалтай урта мәктәбенән Руслан Сафин беренсе урынды алды. Илек мәктәбенән Илсур Зыялов – икенсе, гимназиянан Рәмил Ғүмәров өсөнсө урындарҙа.

Икенсе һәм өсөнсө өҫтәлдәрҙә лә Ҡалтай мәктәбе спортсыларына тиңдәр табылманы. Унда Салауат Имаев һәм Илнар Фәттәхов енеү яуланы. Гимназиянан Тимур Ғүмәров һәм Тимур Бәишев икеңсе урынға сыҡты. Илек мәктәбенән Тимур Хәйруллин һәм Әхмәттән Самуил Жук өсөнсө урынды алды.

Дөйөм команда иҫәбендә еңеүҙе ҡалтайҙар байрам итте. Гимназия тенниссыларында – көмөш, Илек уҡыусыларында – бронза миҙал.

 

Автор:Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас