САРМАНАЙ
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Апрель 2022, 12:05

Батыр иҫтәлегенә ярыш

Илеш районының Үрге Йәркәйҙәге икенсе балалар, йәш үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы һәм Советтар Союзы Геройы Әнеүәр Абдуллин иҫтәлегенә бағышланған йөҙөү буйынса асыҡ беренселек  үтте. Унда  Башҡортстандың Илеш, Туймазы, ТРның Мөслим,  Аҡтаныш райондарынан  150нән артыҡ спортсы етеҙлектә көс һынашты.

Батыр иҫтәлегенә  ярыш
Батыр иҫтәлегенә ярыш

Бәйгене асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов,  төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Алексей Новиков,  БР Спорт министрылыгының спорт өлкәһен көйләү буйынса дәүләт идаралығы  начальнигы Игорь Ермилов,   Әнеүәр Абдуллиндың улы Наил Абдуллин, "Хәрби туғанлыҡ" ветерандар йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Фларис Нурлығаянов һәм ағҙалары,  ДЮСШ-2 директоры Рөстәм Сәйетов ҡатнашып, сығыш яһаны.

Тренер-уҡытыусылар Рәфиҙә Миңнекәева менән Раушания Яппарова фиҙаәҡәр хеҙмәттәре өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Алмаз Шәрипов, Рәйлә Зарипова менән Гөлназ Нуриязданова йырҙары менән сараны биҙәне. Бында яҡташ геройыбыҙға бағышланған стенд, уҡыусыларҙың рәсемдәре, китаптар күргәҙмәһе ҡуйылғайны. Геройҙың тормошо һәм хәрби юлы менән Дөмәй урта мәктәбе уҡытыусыһы Әхсән Насибуллин таныштырҙы.

Һөҙөмтәләргә килгәндә, шәхси беренселектә Әдилә Мансурова, Ивилина Имамова, Ленара Ғәлимова, Алмир Нурмөхәмәтов, Роман Умырбаев, Айнур Насибуллин – беренсе, Азалия Хәсәнова, Әмир Хәсәнов, Марсель Мансуров, Шамил Латипов, Айнур Ғәлиәхмәтов – икенсе, Самира Сөләймәнова, Илвина Ғабдуллина, Асҡар Сакаев өсөнсө урындарҙы яуланы.

Эстафетала йөҙөүҙә Илеш һәм ТРның Аҡтаныш райондары йыйылма командаһы еңеүсе булды.

Автор:Лира   Гәрәева
Читайте нас: