САРМАНАЙ
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Апрель 2022, 13:45

Баскетбол лигаһы

Кушнаренко ауылында Юрий Гагарин исемендәге кубокка мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатының финал ярыштары тамамланды. Чемпионат традицион рәүештә апрелдә үтә һәм планетаның беренсе космонавты Юрий Гагаринға бағышлана.

Баскетбол лигаһы
Баскетбол лигаһы

 

Финал турнирында Кушнаренко, Нуриман, Миәкә, Тәтешле, Ҡыйғы, Архангел, Бүздәк, Борай, Саҡмағош, Салауат һәм Асҡын райондарынын егеттәр һәм ҡыҙҙар командалары ҡатнашты.

Турнирҙы Башҡортостан Республикаһының баскетбол федерацияһы менән бергә Кушнаренконың Балалар спорт мәктәбе ойошторҙо.

Биш көн дауамында төркөмдәрҙә, ярымфинал һәм финал этаптарында 36 уйын үткәрелде. Уларҙың һәр ҡайһыһы көсөргәнешле барҙы.

Ҡыҙҙар командалары араһында Салауат районы баскетболсылары чемпион исемен яуланы. Икенсе урында Архангел районы, өсөнсөлә Асҡын баскетболсылары.

Егеттәр командалары араһында кушнаренколар иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте һәм алтын миҙалға лайыҡ булды. Тренер-уҡытыусы Илшат Рәхимов етәкселегендәге беҙҙен команда составында Камил Ғилманов, Денис Хәмәтвәлиев, Руслан Сафин, Фәрхәт Сәйетгәрәев, Илназ Рәхимов, Асҡар Мортазин, Эльнар Ишмаев, Тимур Исмәғилев, Шайморат Шәйҙуллин, Эрнст Ғарифуллин, Тимур Фәтхелисламов һәм Александр Андреев сығыш яһанылар. Ҡыйғы районы спортсылары көмөш, Тәтешле баскетболсылары бронза миҙал алды.

Автор:Беҙҙең хәбәрсебез.
Читайте нас: